Төп мәғлүмәткә күсеү

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Мин үҙемдә спорт менән шөғөлләнеү теләген нисек уята алам?

Мин үҙемдә спорт менән шөғөлләнеү теләген нисек уята алам?

 Ни өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк?

 Ҡайһы бер илдәрҙә йәштәр спортҡа бик әҙ ваҡыт бүлә, шул арҡала уларҙың һаулығына зыян килергә мөмкин. Бына ни өсөн Изге Яҙмала: «Тән күнекмәһенең файҙаһы бар», — тиелгән (1 Тимофейға 4:8, «Смысловой перевод», Стамбул). Шул хаҡта уйлап ал:

  •   Күнегеүҙәр кәйеф күтәрә. Спорт менән шөғөлләнгәндә, мейебеҙ эндорфиндар бүлеп сығара. Был беҙгә үҙебеҙҙе бәхетле тойорға ярҙам итә. Ҡайһы берәүҙәр физик күнегеүҙәрҙе тәбиғи антидепрессант тип атай.

     «Иртән иртүк урамға сығып йүгерһәм, көнөм уңышлы һәм шатлыҡлы үтә. Йүгереү кәйефемде күтәрә» (Регина).

  •   Күнегеүҙәр тышҡы ҡиәфәткә ыңғай йоғонто яһай. Самаһын белеп күнегеүҙәр яһаһаң, көслөрәк һәм ыҡсымыраҡ кәүҙәле булырһың, шулай уҡ үҙ көсөңә күберәк ышанырһың.

     «Мин турникта 10 тапҡыр күтәрелә алам, ә бер йыл элек бер тапҡыр ҙа килеп сыҡмай ине! Әммә иң мөһиме — шулай итеп мин һаулығымды нығытам» (Оливия).

  •   Күнегеүҙәр ғүмерҙе оҙонайта. Спорт менән шөғөлләнеү йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тын алыу системаларын нығыта. Аэробика күнегеүҙәре шулай уҡ йөрәк ауырыуҙарынан һаҡлай, ә был ауырыуҙар — ирҙәр һәм ҡатындар араһындағы үлем осраҡтарының төп сәбәбе.

     «Спорт менән даими шөғөлләнеп, беҙ Барлыҡҡа килтереүсегә ул биргән тәнде ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ» (Джессика).

 Һығымта. Күнегеүҙәр инде хәҙер ҡәнәғәтлек килтерә һәм киләсәктә нығыраҡ һаулыҡҡа кинәнергә ярҙам итер. Тония исемле ҡыҙ былай ти: «Һеҙ бер ҡасан да: „Эх, нишләп кенә йөрөп килергә йә йүгерергә сыҡҡанмын икән?“ — тип әйтмәҫһегеҙ. Бөтә аҡланыуҙарҙы ситкә ҡуйып күнегеүҙәр эшләгән һайын, мин бик шатланам, бер ҙә үкенгәнем юҡ».

Машинаны ваҡытында ремонтлап тормаһаң, ахыр сиктә ул ватылыр. Физик күнегеүҙәр эшләмәһәк, беҙҙең менән дә шулай уҡ булыр

 Миңә нимә ҡамасаулай?

 Бына бер нисә сәбәп:

  •   Стимул юҡ. «Минеңсә, егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡасандыр ҡартаясаҡтары тураһында уйламай. Улар берәй ваҡыт ауырыуҙар менән көрәшәсәктәрен күҙ алдына ла килтермәй. Әйтерһең дә, ололар ғына ауырый» (София).

  •   Ваҡыт юҡ. «Графигым тығыҙ булғанға, етерлек йоҡлауға һәм дөрөҫ ашауға саҡ ваҡыт еткерәм, ә күнегеүҙәр тураһында әйтәһе лә юҡ!» (Кларисса).

  •   Абонемент ҡыйбат. «Яҡшы формала булыу арзан түгел: спортзалға йөрөр өсөн түләргә кәрәк» (Джина).

 Шул хаҡта уйлап ал:

 Ә һиңә нимә ҡамасаулай? Шул ауырлыҡты еңер өсөн көс һалырға кәрәк булыр, әммә был һиңә күп файҙа килтерер.

 Спорт менән шөғөлләнә башларға нимә ярҙам итер?

 Бына бер нисә кәңәш:

  •   Шуны аңла: һаулығың өсөн һин үҙең яуаплы (Галаттарға 6:5).

  •   Аҡланыуҙар эҙләмә (Вәғәзсе 11:4). Мәҫәлән, спорт менән шөғөлләнә башлар өсөн спортзалға йөрөү мотлаҡ түгел. Үҙеңә оҡшаған күнегеүҙәр тап та уларҙы графигыңа индер.

  •   Башҡаларҙан ниндәй күнегеүҙәр эшләгәндәре тураһында һора (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:18).

  •   Үҙең өсөн программа төҙө. Маҡсаттар ҡуй һәм уңыштарыңды күҙәт, был һине дәртләндереп торор (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5).

  •   Спорт менән шөғөлләнеү өсөн иптәш тап. Ул һиңә дәрт өҫтәр һәм графиктан тайпылмаҫҡа ярҙам итер (Вәғәзсе 4:9, 10).

  •   Уңышһыҙлыҡтарға әҙер бул. Уларға осрағанда, бирешмә (Ғибрәтле һүҙҙәр 24:10).

 Самаһын бел

 Изге Яҙма ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла «ғәҙәттәрҙә тыйнаҡ» булырға кәңәш итә (1 Тимофейға 3:2, 11, ЯДТ). Шуға күрә бер сиктән икенсеһенә һуғылма. Йыш ҡына спорт менән сиктән тыш күп шөғөлләнгән кешеләрҙең тырышлыҡтары мәғәнәһеҙ була. Джулия исемле ҡыҙ былай ти: «Егеттең мускулдары аҡылынан көслөрәк булһа, был уны матурламай».

 «Үлем хәленә етһәң дә, тағы 10 тапҡыр эшлә» тигән фитнес-лозунгтарға алданма. Ундай кәңәштәргә ҡолаҡ һалһаң, һин берәй ереңде йәрәхәтләргә һәм тормошта мөһимерәк булған нәмәләрҙе күҙҙән ысҡындырырға мөмкин (Филиптарға 1:10).

 Бынан тыш, ундай фитнес-лозунгтар арҡаһында төшөнкөлөккә бирелеүең ихтимал. Вера исемле ҡыҙ былай тип бүлешә: «Күп ҡыҙҙар матур фигуралы ҡыҙҙарҙың фотоларын һаҡлай һәм, мотивациялары бөтөп китһә, шул фотоларҙы ҡарай. Һөҙөмтәлә улар, үҙҙәрен шул ҡыҙҙар менән сағыштырып, күңел төшөнкөлөгөнә генә бирелә. Күнегеүҙәрҙе матур фигура өсөн түгел, ә яҡшы һаулыҡ өсөн яһа».