Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала гомосексуализм тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙмала гомосексуализм тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙманан яуап

 Алланың ниәте буйынса, енси мөнәсәбәттәр ниҡахта торған ир менән ҡатын араһында ғына булырға мөмкин (Башланмыш 1:27; Левиттар 18:22; Ғибрәтле һүҙҙәр 5:18, 19). Изге Яҙмала никахта булмаған кешеләр араһындағы енси мөнәсәбәттәр, был мөнәсәбәттәр гомосексуаль йә гетеросексуаль булыуына ҡарамаҫтан, хөкөм ителә (1 Коринфтарға 6:18). Был башҡа кешенең енси ағзаларын иркәләү, шулай уҡ ораль һәм аналь сексты үҙ эсенә ала.

 Изге Яҙма гомосексуализмды хөкөм итһә лә, ул гомофобияны, йәғни гомосексуалистарҙы нәфрәт итеүҙе хупламай. Киреһенсә, ул «һәммә кешеләрҙе ихтирам итергә» дәртләндерә (1 Петр 2:17).

 Кеше тыумыштан уҡ гомосексуалист була аламы?

Изге Яҙмала кешелә гомосексуаль теләктәр ни өсөн тыуа алғаны тураһында туранан-тура әйтелмәй, шулай ҙа унда, беҙ бөтәбеҙ ҙә Алла әмерҙәрен боҙорға ынтылыш менән тыуабыҙ, тип әйтелә (Римдарға 7:21—25). Изге Яҙмала гомосексуаль теләктәрҙең сәбәбе тураһында әйтелмәһә лә, унда гомосексуализм хөкөм ителә.

 Гомосексуаль теләктәргә ҡарамаҫтан, нисек Аллаға ярап була.

Изге Яҙмала: «Үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе... бөтөрөгөҙ», — тип яҙылған (Колосстарға 3:5). Гонаһлы эштәргә этәргән дөрөҫ булмаған теләктәрҙе бөтөрөр өсөн, фекер йөрөтөүҙе контролдә тоторға кәрәк. Зиһенде гел айыҡ фекерҙәр менән тултырһаҡ, гонаһлы теләктәрҙе кире ҡағыу бик ауыр булмаҫ (Филиптарға 4:8; Яҡуб 1:14, 15). Башта быны эшләү бик еңел булмаҫ, әммә ваҡыт уҙыу менән еңелерәк булып китер. Алла, фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы яңыртырға ярҙам итермен, тип вәғәҙә итә (Ефестарға 4:22—24).

 Алла нормаларына тура килер өсөн көрәште гомосексуаль теләктәре булмаған миллионлаған кеше алып бара. Мәҫәлән, ниҡахҡа инергә мөмкинлектәре булмаған йәки тормош иптәше интим мөнәсәбәттәргә инә алмаған кешеләр, уларға ниндәй генә вәсүәсә менән осрашырға тура килмәһен, үҙ сексуаль теләктәрен баҫырға ҡарар иткәндәр. Һәм улар бәхетле була ала. Гомосексуаль ынтылыштары булған кешеләр ҙә, Аллаға ысын күңелдән ярарға теләһә, быны эшләй ала (Ҡанун 30:19).