Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала кремация тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙмала кремация тураһында нимә әйтелә?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала кремацияға ҡағылышлы бер ниндәй күрһәтмәләр ҙә юҡ. Унда үлгән кешене күмергәме йә яндырырғамы икәне әйтелмәй.

 Изге Яҙмала тоғро Алла хеҙмәтселәренең үлгәндәрҙе күмеүе тураһында бер нисә осраҡ яҙылған. Мәҫәлән, Ибраһим, ҡатыны Сараны ерләр өсөн, урын һатып алыу тураһында хәстәрләгән (Башланмыш 23:2—20; 49:29—32).

 Изге Яҙмала шулай уҡ тәҡүә кешеләр үлгәндәрҙең кәүҙәләрен яндырған осраҡтар ҙа иҫкә алына. Мәҫәлән, Израиль батшаһы Шаул һәм уның өс улы һуғыш яланында һәләк булғас, дошмандар уларҙың кәүҙәләрен табып алып мәсхәрәләгән. Ләкин тоғро Израиль һуғышсылары уларҙың мәйеттәрен алып ҡайтып яндырған да һөйәктәрен күмгән (1 Самуил 31:8—13). Изге Яҙманан күренеүенсә, ул кешеләрҙе шул рәүешсә ерләү яраҡлы булған (2 Самуил 2:4—6).

Кремация тураһында киң таралған яңылыш фекерҙәр

 Яңылыш фекер. Кремация — мәйеттең кәүҙәһенә хөрмәт күрһәтмәү.

 Факт. Изге Яҙмала, үлгәндәр ергә кире ҡайтасаҡ, йәғни яңынан саң буласаҡ, тип әйтелә. Шундай һүҙҙәр менән үлгән кешенең кәүҙәһе сереүенең тәбиғи процесы һүрәтләнә (Башланмыш 3:19). Кремация ваҡытында был процесс тиҙләшә, һәм кәүҙә көлгә, йәғни саңға әйләнә.

 Яңылыш фекер. Изге Яҙмала һүрәтләнгән ваҡыттарҙа тик Аллаға яраҡһыҙ кешеләрҙең тәндәрен генә яндырғандар.

 Факт. Ысынлап та, Аллаға тоғро булмаған ҡайһы бер кешеләрҙең, мәҫәлән Ахандың һәм уның ғаилә ағзаларының кәүҙәләрен яндырғандар (Ешуа 7:25). Ләкин был ҡағиҙә булмаған (Ҡанун 21:22, 23). Өҫтә әйтелгәнсә, Алланың тоғро хеҙмәтселәренең, мәҫәлән, Шаул батшаның улы Йонафандың кәүҙәһен дә яндырғандар.

 Яңылыш фекер. Алла кремацияланған кешеләрҙе терелтә алмаясаҡ.

 Факт. Үлгәндәрҙең кәүҙәһе диңгеҙ төбөндә ҡалғанмы, ергә күмелгәнме, яндырылғанмы йәки уны йыртҡыс хайуандар ашағанмы — Алла өсөн был мөһим түгел (Асылыш 20:13). Терелткәндә Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла үлгән кешенең тәнен еңел генә яңынан барлыҡҡа килтерә ала (1 Коринфтарға 15:35, 38).