Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?

Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?

Изге Яҙманан яуап

 Йәшәү мәғәнәһе хаҡындағы һорау төрлөсә яңғырарға мөмкин, мәҫәлән: «Мин нимә өсөн йәшәйем?», «Минең йәшәү маҡсатым бармы?» Изге Яҙмала, йәшәү мәғәнәһе — Алла менән дуҫлыҡ үҫтереүҙә, тип әйтелә. Бына Изге Яҙмалағы бер нисә иң мөһим хәҡиҡәт.

  •   Алла — беҙҙең Барлыҡҡа килтереүсебеҙ. Изге Яҙмала: «Беҙҙе ул яратҡан, ә беҙ үҙебеҙҙе түгел», — тип яҙылған (Зәбур 100:3, төшөрмә; Асылыш 4:11).

  •   Һәр нәмәне, һәр тереклекте, шул иҫәптән беҙҙе Алла билдәле бер маҡсат менән булдырған (Ишағыя 45:18).

  •   Ул беҙҙе рухи ихтыяждар менән, шул иҫәптән йәшәү мәғәнәһен аңларға теләк менән барлыҡҡа килтергән (Матфей 5:3). Һәм Алла ошо ихтыяждарҙың ҡәнәғәтләндерелеүен теләй (Зәбур 145:16).

  •   Алла менән дуҫлыҡ үҫтереп, беҙ рухи ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерәбеҙ. Кемгәлер Алла менән дуҫлашыу тигән фекер ысынға ашмаҫлыҡ хәл булып күренәлер, әммә Изге Яҙма беҙҙе: «Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр», — тип саҡыра (Яҡуб 4:8; 2:23).

  •   Алла менән дуҫлашыр өсөн, беҙгә уның ҡушҡандарын үтәп йәшәргә кәрәк. Уның беҙгә ҡарата ниәте хаҡында Вәғәзсе 12:13-тә былай тип яҙылған: «Алланы тәрән хөрмәт ит, уның әмерҙәрен үтә, был — кешенең төп бурысы бит».

  •   Киләсәктә Алланың беҙгә ҡарата ниәте тулыһынса үтәләсәк. Ул саҡта Алла, бөтә ғазаптарҙы ла бөтөрөп, үҙенә тоғро хеҙмәт иткән дуҫтарына мәңгелек тормош бүләк итәсәк (Зәбур 37:10, 11).