Төп мәғлүмәткә күсеү

Ун әмер нимә ул?

Ун әмер нимә ул?

Изге Яҙманан яуап

 Ун әмер — Алланың боронғо Израиль халҡына биргән ҡанундары. Ул ҡанундарҙы шулай уҡ «Ун һүҙ» тип тә атайҙар, был асе́рет хаддевари́м тигән еврей һүҙбәйләнешенең тура тәржемәһе. Был һүҙбәйләнеш Изге Яҙманың Тәүрат тип аталған беренсе биш китабында өс мәртәбә осрай (Сығыш 34:28; Ҡанун 4:13; 10:4). Уға тура килгән де́ка (ун) ло́гус (һүҙҙәр) тигән грек һүҙбәйләнешенән «декалог» тигән һүҙ барлыҡҡа килгән.

 Алла, Ун әмерҙе ике таш таҡтаға яҙып, Синай тауында үҙенең пәйғәмбәре Мусаға биргән (Сығыш 24:12—18). Ун әмерҙе Сығыш 20:1—17-лә һәм Ҡанун 5:6—21-ҙә табып була.

 Ун әмерҙең исемлеге

  1.   Йәһүә Аллаға ғына ғибәҙәт ҡыл (Сығыш 20:3).

  2.   Боттарға табынма (Сығыш 20:4—6).

  3.   Алланың исемен тейешһеҙ рәүештә ҡулланма (Сығыш 20:7).

  4.   Шәмбе көнөн тот (Сығыш 20:8—11).

  5.   Атай-әсәйеңде хөрмәт ит (Сығыш 20:12).

  6.   Кеше үлтермә (Сығыш 20:13).

  7.   Зина ҡылма (Сығыш 20:14).

  8.   Урлама (Сығыш 20:15).

  9.   Ялған шаһитлыҡ бирмә (Сығыш 20:16).

  10.   Башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма (Сығыш 20:17).

 Ни өсөн Ун әмерҙең исемлеге айырыла?

 Изге Яҙмала был ҡанундар номерлап сығылмаған. Шуның өсөн уларҙы нисек төркөмләү тураһында төрлө фекерҙәр бар. Юғарыла был ҡанундарҙың ғәҙәти исемлеге килтерелә. Ләкин башҡалар Ун әмерҙе бүтән тәртиптә урынлаштыра. Төркөмләүҙәге айырмалар беренсе, икенсе һәм һуңғы әмергә ҡағыла a.

 Ун әмер нимә өсөн бирелгән?

 Ун әмер Муса ҡанунының өлөшө булған. Был ҡанундар йыйынтығы 600-ҙән күберәк әмерҙән торған һәм Алла менән боронғо Израиль халҡы араһындағы килешеүҙең шарттарын сағылдырған (Сығыш 34:27). Алла Израиль халҡына, Муса ҡанунын үтәһәгеҙ, фатихалармын, тип вәғәҙә иткән (Ҡанун 28:1—14). Ҡанундың төп маҡсаты иһә Израиль халҡын вәғәҙә ителгән Мәсихтең килеүенә әҙерләү булған (Галаттарға 3:24).

 Мәсихселәр Ун әмерҙе үтәргә тейешме?

 Юҡ, үтәргә тейеш түгел. Алла үҙ Ҡанунын, шул иҫәптән Ун әмерҙе фәҡәт боронғо Израиль халҡына ғына биргән (Ҡанун 5:2, 3; Зәбур 147:19, 20). Муса ҡанунын үтәү мәсихселәр өсөн мотлаҡ түгел. Хатта еврейҙарҙан булған мәсихселәр ҙә «ҡанундан азат» ителгән (Римдарға 7:6) b. Муса ҡанунына алмашҡа «Мәсих ҡануны» килгән, ул үҙ эсенә Ғайса үҙенең шәкерттәренә үтәргә ҡушҡан бар нәмәне алған (Галаттарға 6:2; Матфей 28:19, 20).

 Ун әмер бөгөн дә ҡулланырлыҡмы?

 Эйе, ҡулланырлыҡ. Ун әмер Алланың фекер йөрөтөү рәүешен сағылдырғанға күрә, уларҙы өйрәнеү күп файҙа килтерә (2 Тимофейға 3:16, 17). Ун әмер бер ҡасан да иҫкермәй торған ышаныслы принциптарға нигеҙләнгән (Зәбур 111:7, 8). Өҫтәүенә, был принциптарҙың күбеһе Инжилдәге тәғлимәттәрҙең нигеҙендә ята. (« Ун әмерҙең Инжилдә сағылған принциптары» тигән өҫтәмә исемде ҡарағыҙ.)

 Ғайса Мәсих, бөтә Муса ҡануны, шул иҫәптән Ун әмер ике төп әмергә нигеҙләнә, тип өйрәткән. Ул былай тигән: «„Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат“... Был беренсе һәм иң мөһим әмер. Икенсеһе лә шундай уҡ: „Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат“. Бөтә ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр ошо ике әмергә нигеҙләнгән» (Матфей 22:34—40). Шулай итеп, мәсихселәр Муса ҡанунын тоторға тейеш булмаһалар ҙа, уларға Алланы һәм яҡындарын яратырға тигән әмер бирелгән (Яхъя 13:34; 1 Яхъя 4:20, 21).

  Ун әмерҙең Инжилдә сағылған принциптары

Принцип

Инжилдән өҙөктәр

Йәһүә Аллаға ғына ғибәҙәт ҡыл

Асылыш 22:8, 9

Боттарға табынма

1 Коринфтарға 10:14

Алланың исемен хөрмәт ит

Матфей 6:9

Аллаға даими ғибәҙәт ҡыл

Еврейҙарға 10:24, 25

Атай-әсәйеңде хөрмәт ит

Ефестарға 6:1, 2

Кеше үлтермә

1 Яхъя 3:15

Зина ҡылма

Еврейҙарға 13:4

Урлама

Ефестарға 4:28

Ялған шаһитлыҡ бирмә

Ефестарға 4:25

Башҡаныҡына нәфсеңде һуҙма

Лука 12:15

a Еврей энциклопедияһында йәһүдтәрҙең әмерҙәрҙе ғәҙәти бүлеүе килтерелә, уның буйынса «Сығ[ыш] 20:2 — беренсе „һүҙ“, ә 3—6-сы аяттар бер әмер, йәғни икенсе әмер тип һанала» («The Jewish Encyclopedia»). Католиктар иһә Сығыштың 20-се бүлегенең беренсе алты аятын бер әмер тип һанай. Шулай итеп, Алла исемен тейешһеҙ ҡулланма тигән әмер икенсе әмер булып китә. Әмерҙәрҙең һаны үҙгәрмәһен өсөн, улар һуңғы әмерҙе ике әмергә бүлә: яҡыныңдың ҡатынына нәфсеңде һуҙма һәм яҡыныңдың әйберенә нәфсеңде һуҙма.

b Римдарға 7:7-лә Ҡанунда әйтелгәндең миҫалы итеп унынсы әмер килтерелә, бынан Ун әмерҙең Муса ҡанунына ингәне күренә.