Төп мәғлүмәткә күсеү

Ғайса — Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алламы?

Ғайса — Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алламы?

Изге Яҙманан яуап

 Ғайсаның дошмандары, ул үҙен Аллаға тиңләштерә, тип ғәйепләгән (Яхъя 5:18; 10:30—33). Ләкин, Ғайса үҙен бер ваҡытта ла Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһенә тиң итеп ҡуймаған, киреһенсә, ул: «Атам Минән бөйөгөрәк», — тип әйткән (Яхъя 14:28).

 Ғайсаның беренсе шәкерттәре уны Сикһеҙ ҡөҙрәтле Аллаға тиң тип һанамаған. Мәҫәлән, илсе Павел, Ғайса терелтелеп, «Алла тарафынан Ул барыһынан да юғары күтәрелде», тип яҙған. Күренеүенсә, Павел Ғайсаны, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе, тип һанамаған. Әгәр ҙә Ғайса Сикһеҙ ҡөҙрәтле булһа, Алла уны тағы ла бөйөгөрәк итә алыр инеме ни? (Филиптарға 2:9).