Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

Ниһайәт, атайым менән татыулашам

Ниһайәт, атайым менән татыулашам
  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1954

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: Филиппин

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: ҡаты күңелле атаһынан ҡасҡан

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ

 Күп туристар Филиппиндағы Пагсаньян ҡалаһы янында урынлашҡан киң билдәле шарлауыҡтарҙы ҡарарға килә. Атайым Нардо Лерон шул ерҙәрҙә ярлылыҡта үҫкән. Һатлыҡ сәйәсмәндәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәренең намыҫһыҙлығы һәм эшендәге ғәҙелһеҙ мөғәмәлә арҡаһында атайым яуыз һәм ҡаты күңелле булып киткән.

 Атай-әсәйем үҙҙәренең һигеҙ балаһын ҡарап үҫтерер өсөн бик күп эшләне. Йыш ҡына улар оҙаҡҡа тауҙарға плантацияла эшләргә китәләр ине. Беҙ ағайым Родилио менән үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрә торғайныҡ һәм йыш ҡына ас ултыра инек. Бала саҡта беҙгә уйнау бик һирәк эләкте. Ете йәштән ғаиләбеҙҙәге һәр балаға плантацияла эшләргә тура килде. Беҙ ауыр кокос бәйләмдәрен текә тау һуҡмаҡтары буйлап ташый торғайныҡ. Әгәр йөк күтәрә алмаҫлыҡ ауыр булһа, беҙҙе уны һөйрәргә мәжбүр итәләр ине.

 Атайым беҙҙе туҡмай торғайны, һәм беҙ быға түҙҙек. Әммә уның әсәйемә ҡул күтәргәнен күреү күпкә ауырыраҡ ине. Беҙ Родилио менән күп тапҡыр уны туҡтатырға тырыштыҡ, ләкин бер нәмә лә килеп сыҡманы. Шуға күрә беҙ, ҙурайғас, уны үлтерергә һүҙ ҡуйыштыҡ. Беҙҙе яратҡан атай тураһында бик ныҡ хыяллана инем!

 Ҡаты мөғәмәләнән тамам күңелем ҡайтып һәм асыуҙан ярһып, 14 йәшемдә мин өйҙән сығып киттем. Тәүҙә урамда йәшәнем, шул саҡта марихуана тарта башланым. Бер аҙҙан кәмәсе булып эшкә урынлаштым һәм туристарҙы шарлауыҡтарға йөрөттөм.

 Бер нисә йылдан һуң мин Манилалағы университетҡа уҡырға индем. Ял көндәрендә эшләргә Пагсаньянға йөрөргә туры килгәнгә, уҡырға ваҡыт етмәй торғайны. Тормошом ауыр һәм мәғәнәһеҙ кеүек ине. Марихуана борсолоу-ҡурҡыуҙарымды инде баҫмай ине. Шунда мин метамфетамин, кокаин һәм героин кеүек башҡа наркотиктар ҡуллана башланым. Наркотиктар булған ерҙә әхлаҡһыҙлыҡ та була. Минең тирә-яғымда тик ярлылыҡ, ғәҙелһеҙлек һәм ҡайғы-хәсрәт ине. Мин хөкүмәтте күрә алмай инем һәм уны бөтә ошо проблемаларҙа ғәйепле тип һананым. Мин Алланан: «Ни өсөн тормош шундай ауыр?» — тип һорай инем. Төрлө диндәрҙә был һорауға яуап эҙләнем, тик таба алманым. Сараһыҙлыҡтан тағы ла күберәк наркотик ҡабул итә башланым.

 1972 йылда хөкүмәттең сәйәсәте менән риза булмаған студенттар протест акциялары ойошторҙо. Бер тапҡыр мин дә уларға ҡушылдым. Бының барыһы көс ҡулланыу менән бөттө. Күптәрҙе ҡулға алдылар, ә бер нисә айҙан һуң илдә хәрби хәл иғлан ителде.

 Мин тағы урамда ҡалдым, сөнки протест акцияһында ҡатнашҡан өсөн ҡулға алыныуҙан ҡурҡтым. Наркотикка аҡса табыр өсөн, мин урларға керештем һәм ахыр сиктә байҙарға һәм сит ил кешеләренә интим хеҙмәт күрһәтеүгә тиклем барып еттем. Үлеме мин йә тереме, миңә бары бер ине.

 Шул арала әсәйем һәм ҡустым Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнә башлаған. Атайым ярһыуҙан уларҙың Изге Яҙмаға нигеҙләнгән баҫмаларын утта яндырған. Ләкин улар бирешмәгән һәм һуңыраҡ һыуға сумдырылған.

 Бер көндө бер Йәһүә шаһиты атайыма, Изге Яҙма буйынса тиҙҙән бөтә ер йөҙөндә ысын ғәҙеллек урынлашасаҡ, тип һөйләгән (Зәбур 72:12—14). Был атайыма шул тиклем тәьҫир иткән, ул хатта күберәк белергә теләк белдергән. Изге Яҙманан ул Алланың ғәҙел хөкүмәт тураһындағы вәғәҙәһен генә түгел, ә уның ирҙәргә һәм атайҙарға ҡуйған талаптарын да белгән (Ефестарға 5:28; 6:4). Тиҙҙән атайым һәм бөтә бер туғандарым Йәһүә шаһиты булып киткәндәр. Өйҙән йыраҡ йәшәгәнгә, мин был хаҡта бер нәмә лә белмәнем.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ

 1978 йылда мин Австралияға күстем. Ләкин хатта был тыныс һәм бай илдә лә йән тыныслығы таба алманым. Мин һаман да күп эстем һәм наркотиктар ҡулландым. Шул уҡ йылда миңә Йәһүә шаһиттары килде. Улар Изге Яҙманан, ерҙә тыныс тормош буласаҡ, тип күрһәттеләр, һәм был миңә бик оҡшаны. Ләкин улар менән бәйләнергәме-юҡмы тип икеләндем.

 Бынан һуң күп тә үтмәҫтән, мин бер нисә аҙнаға Филиппинға ҡайттым. Бер туғандарым атайымдың үҙ өҫтөнән күп эшләүе һәм ныҡ үҙгәреүе тураһында һөйләп бирҙеләр. Ә мин уға шул тиклем асыулы инем, хатта уның менән күрешергә лә теләмәнем.

 Һеңлем миңә Изге Яҙма ярҙамында ни өсөн тормош ғазаптар һәм ғәҙелһеҙлек менән тулы булыуын аңлатты. Тәжрибәһе әҙ булған үҫмер баланың мине нисәмә йыл борсоған һорауҙарға яуап бирә алыуына хайран ҡалдым. Китер алдынан атайым миңә «Һин ерҙәге ожмахта мәңге йәшәй алаһың» тигән китапты a бүләк итте. «Һиңә туҡтарға ваҡыт. Ошо китапта һин эҙләгән нәмәләр бар», — тине ул. Ул миңә Австралияла Йәһүә шаһиттарын табырға кәңәш итте.

 Мин шулай эшләнем дә. Брисбендә Йәһүә шаһиттарының Батшалыҡ залы минең өйөмдән йыраҡ түгел булып сыҡты. Мин Изге Яҙманы өйрәнергә ризалаштым. Данил китабының 7-се бүлегендә һәм Ишағыя китабының 9-сы бүлегендәге кеүек пәйғәмбәрлектәрҙән Алланың ерҙә коррупцияһыҙ хөкүмәт урынлаштырасағын аңланым. Мин ерҙә ожмах буласағын белдем. Аллаға ярарға теләгем ҙур ине, ләкин бының өсөн хистәремде ҡулда тоторға өйрәнергә, эсеүҙән һәм наркотик ҡулланыуҙан туҡтарға, шулай уҡ әхлаҡһыҙ тормош рәүешенән баш тартырға кәрәклеген аңлай инем. Мин бергә йәшәгән ҡыҙҙан киттем һәм насар ғәҙәттәремде ташланым. Йәһүәгә ышанысым арта барҙы, һәм мин уға артабан да тормошомдо үҙгәртергә ярҙам итеүен һорап доға ҡыла инем.

 Яйлап мин Изге Яҙмалағы белемдәр ысынлап та кешене үҙгәртә алыуын аңланым. Изге Яҙмала, көс һалып, яңы кеше булып кейенергә була, тип әйтелгән (Колосстарға 3:9, 10). «Мин үҙгәрә алам икән, тимәк, туғандарым әйткәнсә, атайым да үҙгәргән», — тигән уй килде башыма. Асыу һәм дошманлыҡ хистәрен атайым менән татыулашыу теләге алмаштырҙы. Ахыр сиктә мин уны кисерҙем һәм күңелемдә бала саҡтан бирле һаҡланған нәфрәттән арындым.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ

 Йәш сағымда мин йыш ҡына тәртибе насар булған кешеләргә эйәрҙем. Изге Яҙма, аҙғын кешеләр менән аралашыу яҡшыға килтермәй, тип юҡҡа ғына киҫәтмәй (1 Коринфтарға 15:33). Ә Йәһүә шаһиттары араһында таяныс булырлыҡ дуҫтар таптым. Улар миңә яҡшыраҡ кеше булып китергә ярҙам итте. Шулай уҡ йыйылышта Лоретта исемле һоҡланғыс ҡыҙ менән таныштым. Беҙ өйләнештек. Бергәләп беҙ кешеләргә Изге Яҙманың тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртә алыуы тураһында һөйләйбеҙ.

Ҡатыны һәм дуҫтары менән төшкө аш ваҡытында

 Атайым шул тиклем ныҡ үҙгәрер тип һис өмөт итмәгәйнем. Изге Яҙма ярҙамында ул әсәйем өсөн ҡайғыртыусан ир, шулай уҡ баҫалҡы, тыныс холоҡло мәсихсе булып китте. 1987 йылда мин һыуға сумдырылғандан һуң осрашҡас, атайым ғүмеремдә беренсе тапҡыр мине ҡосаҡлап алды!

 Атайым әсәйем менән бергә 35 йыл буйы башҡаларға Изге Яҙмала яҙылған өмөт хаҡында һөйләне. Атайымды тырыш, ҡайғыртыусан һәм ярҙамсыл кеше булараҡ беләләр. Мин уны хөрмәт итергә һәм яратырға өйрәндем. Уның улы булыуым менән бик ғорурланам! 2016 йылда ул үлеп китте. Әммә мин уны ҙур йылылыҡ менән иҫкә төшөрәм һәм, Изге Яҙма принциптарын ҡулланып, икебеҙҙең дә ни тиклем ныҡ үҙгәреүебеҙ тураһында уйлайым. Элекке нәфрәтемдең эҙе лә ҡалманы. Бөтә донъялағы ғаиләләргә ҡайғы килтергән бар нәмәне юҡ итергә вәғәҙә иткән күктәге Атам Йәһүә Алла менән танышыуыма шундай шатмын!

a Йәһүә шаһиттары тарафынан нәшер ителгән, бүтән баҫтырылмай.