Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Күҙҙәрең хатта яралғы булған сағымды күргән» (ЗӘБУР 139:16)

Алла һеҙҙең хәлегеҙҙе аңлаймы?

Алла һеҙҙең хәлегеҙҙе аңлаймы?

БАРЛЫҠҠА КИЛТЕРЕҮ ХАҠЫНДАҒЫ КИТАП НИМӘ ҺӨЙЛӘЙ?

Миҫалға араларында бик яҡын бәйләнеш булған кешеләрҙе — бер түл игеҙәктәрен алайыҡ. Игеҙәктәрҙе өйрәнеү үҙәге етәксеһе һәм үҙе лә игеҙәк һыңары булған Нэнси Сигал былай ти: «Ҡайһы бер игеҙәктәр бер-береһен ярты һүҙҙән үк аңлай». Ә бына бер ҡатын үҙенең игеҙәк һеңлеһе менән мөнәсәбәттәре хаҡында: «Беҙ бер-беребеҙ хаҡында барыһын да беләбеҙ», — ти.

Үҙ-ара шундай яҡшы аңлашыуҙарҙы нисек аңлатып була? Тикшеренеүҙәр шуны күрһәтә: тирә-яҡ мөхит һәм тәрбиә билдәле роль уйнаһа ла, күрәһең, бер үк гендар йыйылмаһы мөһим фактор булып тора.

УЙЛАП ҠАРАҒЫҘ: Барлыҡҡа килтереүсебеҙ уникаль генетик материал барлыҡҡа килтергән һәм ул беҙҙе барыһынан да яҡшыраҡ аңлай. Мәҙхиә йырлаусы Дауыт бер ваҡыт былай тигән: «Һин... әсәйем ҡарынында мине һәр яҡлап пәрҙә менән айырып алдың. Мин йәшерен рәүештә яратылғанда... һөйәктәрем һинән йәшерен булмаған. Күҙҙәрең хатта яралғы булған сағымды күргән... уларҙың үҫеше тураһында барыһы ла китабыңда яҙылған булған» (Зәбур 139:13, 15, 16). Алла нәҫелебеҙҙе һәм беҙҙе формалаштырған һәр ваҡиғаны бар нескәлегенә тиклем белә. Алла шундай тәрән белемгә эйә булғас, уның беҙҙе һәр нәмәлә тулыһынса аңлағанына һис тә шикләнмәҫкә була.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН АЛЛАНЫҢ БЕҘҘЕ НИ ТИКЛЕМ ЯҠШЫ АҢЛАҒАНЫ ХАҠЫНДА НИМӘ БЕЛӘБЕҘ?

Дауыт Аллаға былай тип доға ҡылған: «Эй Йәһүә, һин мине һынаның, һин мине беләһең. Һин минең ҡасан ултырғанымды ла, ҡасан торғанымды ла беләһең, уйҙарымды йыраҡтан уҡ белеп алаһың. Һүҙем әле тел осона ла килмәгән, ә һин, Йәһүә, уны инде яҡшы беләһең» (Зәбур 139:1, 2, 4). Йәһүә шулай уҡ беҙҙең йәшерен хистәрҙе һәм хатта «бөтөн уй-теләктәрҙе» белә (1 Йылъяҙма 28:9; 1 Самуил 16:6, 7). Был һүҙҙәр Алла хаҡында нимә аса?

Барлыҡҡа килтереүсебеҙ эштәребеҙҙе күреү генә түгел, хатта шул эштәргә беҙҙе нимә этәргәнен доғала уға тулыһынса әйтеп бирә алмаһаҡ та, уйҙарыбыҙҙы һәм хистәребеҙҙе аңлай. Бынан тыш, ҡайһы саҡта изге ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырырға килеп тыуған шарттар ҡамасаулай. Әммә Алла беҙҙең саф ниәттәрҙе белә. Йөрәгебеҙгә Алла яратыу һалған, тимәк, ул беҙҙә яҡшылыҡты ғына күрергә теләй һәм бар игелекле уйҙарыбыҙҙы, изге теләктәребеҙҙе күрә (1 Яхъя 4:7—10).

Тормошобоҙҙа беҙҙең менән ниҙәр булыуы Алла өсөн мөһим. Ауыр саҡтарҙа ул беҙҙе күрә. Шундай мәлдәрҙә хәлебеҙҙе һәм хистәребеҙҙе, хатта башҡалар белмәһә лә йә тулыһынса аңлап етмәһә лә, Алла аңлай

Изге Яҙма беҙҙе нимәгә ышандыра?

  • «Раббының күҙҙәре тәҡүә кешеләргә, ҡолаҡтары уларҙың доғаһына йүнәлгән» (1 ПЕТР 3:12).

  • Алла ошондай вәғәҙә бирә: «Мин һиңә аңлау һәләте бирермен һәм дөрөҫ юлға өйрәтермен. Кәңәш биреп, һине күҙәтермен» (ЗӘБУР 32:8).

АЛЛА БЕҘҘЕ БИК НЫҠ ЙӘЛЛӘЙ

Алланың хәлебеҙҙе һәм хистәребеҙҙе аңлай икәнен белеү беҙгә ауыр ваҡыттарҙа нисек ярҙам итә ала? Нигериянан булған Анна миҫалын ҡарап китәйек. Ул былай ти: «Бер ваҡыт тормошом түҙә алмаҫлыҡ дәрәжәлә ауырлашты, хатта мин тормош мәғәнәһен юғалттым. „Гидроцефалия“ (баш мейеһенең шешеүе) диагнозы менән больницала ятҡан ҡыҙым хаҡында яңғыҙым ҡайғырта инем, сөнки тол инем. Быға өҫтәп, түшемдә рак таптылар. Ҡыҙым ярҙамға мохтаж булғанда, үҙемдең дә больницаға эләгеүем бигерәк тә ауыр ине».

Быларҙың барыһын йырып сығырға Аннаға нимә ярҙам иткән? Ул былай ти: «Мин Изге Яҙмалағы шиғырҙар өҫтөндә уйландым. Мәҫәлән: Филиптарға 4:6, 7-лә: „Һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе... берлектә һаҡлар“, — тиелә. Был һүҙҙәрҙе хәтеремә төшөргән һайын, Йәһүәнең үҙемә айырыуса яҡын икәнен тоя инем. Ул мине үҙемдән дә яҡшыраҡ аңлай икәненә шикләнмәнем. Мине йыйылыштағы дуҫтарым да — апай һәм ағай ҡәрҙәштәр ҙә нығытты».

Анна былай тип дауам итә: «Һаулығым яҡшынан булмаһа ла, ҡыҙым менән тормошобоҙ яйға һалынып килә. Йәһүә беҙҙең менән. Беҙ тиҫкәре уйҙар менән көрәшергә өйрәндек. Беҙҙе Яҡуб 5:11-ҙә яҙылған һүҙҙәр нығыта: „Түҙемлек кисергәндәрҙе беҙ бәхетле тип атайбыҙ. Һеҙ Әйүптең түҙемлеге тураһында ишеттегеҙ, аҙаҡ Раббының уға ҡылған яҡшылығын күрҙегеҙ, сөнки Раббы ғәйәт шәфҡәтле һәм рәхимле“». Йәһүә Әйүптең хәлен яҡшы аңлаған, һәм беҙ шуға шикләнмәйбеҙ: ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, Йәһүә барыһын да бик яҡшы күреп тора.