Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҠАЙҒЫ КИСЕРЕҮСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ

Ҡайғырған кешеләр өсөн иң яҡшы ярҙам

Ҡайғырған кешеләр өсөн иң яҡшы ярҙам

ҺУҢҒЫ ВАҠЫТТАРҘА ЯҠЫНДАРЫН ЮҒАЛТҠАН КЕШЕЛӘРҘЕҢ КҮҢЕЛ ӘРНЕҮҘӘРЕНӘ ҠАҒЫЛЫШЛЫ КҮП ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ҮТКӘРЕЛӘ. Әммә, инде әйтеп кителгәнсә, психологтарҙың иң яҡшы кәңәштәре йыш ҡына Изге Яҙмалағы зирәк принциптарға тура килә. Тимәк, был боронғо китап әлегәсә иҫкермәгән. Ләкин Изге Яҙма ышаныслы кәңәштәр сығанағы ғына түгел. Унда ҡайғырған кешене тулыһынса йыуатырлыҡ уникаль мәғлүмәт бар.

  • Үлгән яҡындарыбыҙ ғазапланмай

    Изге Яҙмала, Вәғәзсе 9:5-тә: «Үлеләр бер нәмә лә белмәй», — тип әйтелә. Ә Зәбур 146:4 буйынса, уларҙың «уй-фекерҙәре юҡҡа сыға». Шуға күрә лә Изге Яҙмала үлем тәрән йоҡо менән сағыштырыла (Яхъя 11:11).

  • Алланың беҙҙе яратҡанын белеү йыуаныс бирә

    Изге Яҙмала, Зәбур 34:15-тә былай тиелә: «Йәһүәнең * күҙе тәҡүәләргә йүнәлгән, ҡолағы уларҙың ярҙам һорап ялбарыуҙарын ишетә». Доғала үҙ хистәреңде Аллаға асып биреү ул терапевтик ысул йәиһә уй-фекерҙәрҙе тәртипкә килтереү алымы ғына түгел. Доға Барлыҡҡа килтереүсебеҙ менән дуҫлашырға ярҙам итә һәм ысын йыуаныс бирә.

  • Алда гүзәл киләсәк

    Күҙ алдына килтерегеҙ: яҡын киләсәктә үлеләр тереләсәк һәм ерҙә яңынан йәшәйәсәк! Изге Яҙмала был ваҡиға ҡат-ҡат иҫкә алына. Ул ваҡытта ерҙә буласаҡ шарттар Изге Яҙмала ошолай һүрәтләнә: «Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ» (Асылыш 21:3, 4).

Йәһүә Аллаға ышаныусы кешеләр үлгән яҡындарын яңынан күрәсәгенә ныҡлы ышана, һәм был өмөт уларға юғалтыу ҡайғыһын еңергә ярҙам итә. Мәҫәлән, 65 йыл буйы бергә йәшәгән ирен юғалтҡан Энн былай ти: «Изге Яҙманан белеүемсә, үлеләр ғазапланмай. Алла үҙ хәтерендә булған һәр кешене терелтәсәк. Иремде һағынып иҫкә алған һайын Алланың ошо вәғәҙәһе хәтеремә төшә һәм ауыр һынауҙы кисерергә ярҙам итә».

Үткән мәҡәләләрҙә иҫкә алынған Тина былай ти: «Тимо үлгәндән бирле Алла мине ҡалдырмай. Ошо ауыр көндәрҙә Йәһүәнең көслө ярҙам ҡулын һиҙәм. Уның терелеү хаҡында Изге Яҙма аша биргән вәғәҙәһе — минең өсөн ысын өмөт. Шул өмөт миңә көс бирә, һәм мин Тимоны яңынан күрәм тигән уй менән йәшәйем».

Изге Яҙмалағы вәғәҙәләргә ышанған миллионлаған кеше ошо ике ҡатындың һүҙҙәренә ҡушыла ала. Бәлки, был вәғәҙәләр һеҙгә матур әкиәт кенә булып күренәлер. Улайһа, Изге Яҙмалағы вәғәҙәләр һәм кәңәштәрҙең ни тиклем ышаныслы булыуын үҙегеҙ тикшерә алаһығыҙ. Ихтимал, һеҙ Изге Яҙманың юғалтыу кисергән кешеләр өсөн иң яҡшы ярҙам икәнен күрерһегеҙ.

ҮЛГӘНДӘРҘЕ НИНДӘЙ КИЛӘСӘК КӨТКӘНЕ ХАҠЫНДА КҮБЕРӘК БЕЛЕГЕҘ

Ошо тема буйынса jw.org сайтыбыҙҙа видеояҙмалар ҡарағыҙ

Изге Яҙма беҙҙе, киләсәктә үлгән яҡындарыбыҙҙы ҡаршы аласаҡбыҙ, тип ышандыра

КЕШЕ ҮЛГӘС, УНЫҢ МЕНӘН НИМӘ БУЛА?

Кеше үлгәс, уның менән нимә була? Изге Яҙмала был һорауға ап-асыҡ яуап бар. Унда яҙылғандар беҙҙе йыуата һәм өмөт бирә.

КИТАПХАНА > ВИДЕОЯҘМАЛАР тигәнгә баҫығыҙ (ИЗГЕ ЯҘМА > ИЗГЕ ЯҘМА ТӘҒЛИМӘТТӘРЕ тигән өлөштө ҡарағыҙ)

ЯҠШЫ ЯҢЫЛЫҠТАР ИШЕТЕРГӘ ТЕЛӘЙҺЕГЕҘМЕ?

Насар яңылыҡтарҙы бөгөн беҙ йыш ишетәбеҙ. Ә берәй яҡшы яңылыҡ бармы?

ИЗГЕ ЯҘМА ТӘҒЛИМӘТТӘРЕ > БӘХЕТ ҺӘМ ТЫНЫСЛЫҠ тигәнгә баҫығыҙ

^ Изге Яҙмаға ярашлы, Йәһүә — Алланың шәхси исеме.