Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ФӘРЕШТӘЛӘР. УЛАР БАРМЫ?

Фәрештәләр һеҙгә нисек ярҙам итә ала?

Фәрештәләр һеҙгә нисек ярҙам итә ала?

Тоғро фәрештәләр ерҙәге ваҡиғаларҙы иғтибар менән күҙәтә һәм Алла ихтыярының үтәлеүендә әүҙем ҡатнаша. Алла ерҙе барлыҡҡа килтергәндә, фәрештәләр «бергәләп шатланған» һәм «ҡыуанып ҡысҡырған» (Әйүп 38:4, 7). Кешелек тарихы дауамында фәрештәләр Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең нисек үтәләсәген белергә бик ныҡ теләгән (1 Петр 1:11, 12).

Изге Яҙмала, ҡайһы саҡта Алланың йөкләмәһе буйынса фәрештәләр тоғро хеҙмәтселәрҙе яҡлаған, тип әйтелә (Зәбур 34:7). Бер нисә миҫалды ҡарап сығайыҡ.

  • Йәһүә Алла аҙғынлыҡҡа батҡан Содом менән Аморраны юҡ итергә булғас, фәрештәләр тәҡүә Лутҡа һәм уның ғаиләһенә ҡотолорға ярҙам иткән (Башланмыш 19:1, 15—26).

  • Боронғо Вавилонда өс йәш йәһүдте ялҡынлы мейескә ташлағандар. Шунда Алла «фәрештәһен ебәреп, үҙ хеҙмәтселәрен ҡотҡарған» (Данил 3:19—28).

  • Төнө буйы арыҫландар тулы соҡорҙа булып та иҫән ҡалғас, тәҡүә Данил, «минең Аллам, фәрештәһен ебәреп, арыҫландарҙың ауыҙын япты», тип әйткән (Данил 6:16, 22).

Алла үҙ фәрештәләре аша хеҙмәтселәренә ярҙам итеп торған

БЕРЕНСЕ БЫУАТТА ФӘРЕШТӘЛӘР АЛЛА ХЕҘМӘТСЕЛӘРЕНӘ ЯРҘАМ ИТКӘН

Алланың фәрештәләре уның ихтыяры үтәлһен өсөн, кәрәк саҡта, беренсе мәсихселәрҙән торған йыйылыштың эшмәкәрлегенә тәьҫир иткән. Бер нисә осраҡты ҡарап китәйек.

  • Фәрештә төрмәнең ишектәрен асҡан, илселәрҙе азат иткән һәм уларға артабан да ғибәҙәтханала вәғәзләргә ҡушҡан (Ғәмәлдәр 5:17—21).

  • Филипп исемле вәғәзсегә фәрештә Иерусалимдан Газаға бара торған аулаҡ юлға сығырға һәм Иерусалимға Аллаға ғибәҙәт ҡылыр өсөн килеп йөрөгән хәбәш кешеһенә һөйөнөслө хәбәрҙе еткерергә ҡушҡан (Ғәмәлдәр 8:26—33).

  • Йәһүд булмаған кешеләр мәсихсе булып китһендәр өсөн, Алла билдәләгән ваҡыт килеп еткәс, бер фәрештә рим армияһында йөҙбашы булып хеҙмәт иткән Корнилийға килеп, өйөнә илсе Петрҙы саҡырырға ҡушҡан (Ғәмәлдәр 10:3—5).

  • Илсе Петр төрмәлә булған саҡта уның янына фәрештә килеп, уны азат иткән (Ғәмәлдәр 12:1—11).

ФӘРЕШТӘЛӘР ҺЕҘГӘ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ АЛА?

Бөгөнгө көндәрҙә Алланың, Изге Яҙма яҙылған осорҙағы кеүек, мөғжизәле рәүештә кешеләрҙе ҡотҡарыр өсөн фәрештәләрен ебәргәненә дәлилдәр юҡ. Ләкин Ғайса беҙҙең көндәргә ҡағылышлы бындай пәйғәмбәрлек әйткән: «Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер» (Матфей 24:14). Һеҙ Ғайсаның шәкерттәре был йөкләмәне фәрештәләр ярҙамында үтәй икәнен белә инегеҙме?

Фәрештәләр бөтә донъя буйынса һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә ярҙам итә

Асылыш китабында фәрештәләрҙең кешеләргә бөтә донъя буйлап Йәһүә Алла һәм уның кешелеккә ҡарата ниәте тураһында белем алырға әүҙем ярҙам итәсәге хаҡында пәйғәмбәрлек әйтелгән булған. Илсе Яхъя былай тип яҙған: «Унан һуң мин күк йөҙөндә осоп барған тағы бер фәрештәне күрҙем. Уның ерҙә йәшәүсе һәр милләткә һәм нәҫелгә, телгә һәм халыҡҡа еткереү өсөн мәңгелек Һөйөнөслө Хәбәре бар ине. Ул көслө тауыш менән: „Алланан ҡурҡығыҙ һәм Уны данлағыҙ, сөнки Уның хөкөм сәғәте килде. Күкте лә, ерҙе, диңгеҙҙе, һыу сығанаҡтарын да Булдырыусыға табынығыҙ!“ — тине» (Асылыш 14:6, 7). Беҙҙең көндәрҙә фәрештәләрҙең бөтә донъя буйынса алып барылған вәғәз эшенә ярҙам итеп торғанын күрһәткән миҫалдар бик күп. Ысындан да, бер генә гонаһлы кеше тәүбә итеп Аллаға килһә лә, фәрештәләр бик шатлана (Лука 15:10).

Вәғәз эше тамамланғас, нимә буласаҡ? Фәрештәләрҙән торған «күк ғәскәрҙәре» «Батшаларҙың батшаһы» Ғайса менән «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә» буласаҡ Армагеддонда ҡатнашасаҡ (Асылыш 16:14—16; 19:14—16). Ғайса «Һөйөнөслө Хәбәргә ҡолаҡ һалмаған кешеләрҙе язаға тарттырғанында», ҡөҙрәтле фәрештәләр Алланың хөкөмөн башҡарасаҡ (2 Фессалоникаларға 1:7, 8).

Фәрештәләрҙең һеҙҙең киләсәгегеҙ менән ҡыҙыҡһынғанына бер ҙә шикләнмәгеҙ. Улар Аллаға хеҙмәт итергә теләгәндәрҙең именлеге хаҡында борсола. Йәһүә үҙенең фәрештәләре аша инде күп тапҡырҙар үҙ хеҙмәтселәрен нығытҡан һәм яҡлаған (Еврейҙарға 1:14).

Беҙҙең һәр беребеҙгә һайлау яһарға кәрәк: беҙ бөтә донъя буйынса фәрештәләр ярҙамында вәғәзләнгән һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итербеҙме? Әгәр был һөйөнөслө хәбәр тураһында күберәк белергә теләһәгеҙ, Йәһүә шаһиттары һеҙгә бик теләп ярҙам итер.