Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

«Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәр... иғлан ителер»

«Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәр... иғлан ителер»

«Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәр... иғлан ителер»

«Барса халыҡтар Алла Батшалығы хаҡындағы ошо Һөйөнөслө Хәбәрҙе ишетһен өсөн, ул бөтә донъяла иғлан ителер. Ана шунан һуң аҙағы килер» (МАТФЕЙ 24:14).

Был нимәне аңлата? Инжилдең бер китабын яҙған Лука: «Ғайса ҡалалар һәм ауылдар буйлап йөрөп, Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләгән», — тигән (Лука 8:1). Ғайса үҙе былай тигән: «Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе башҡа ҡалаларға ла еткерергә тейешмен. Мин шуның өсөн ебәрелдем бит» (Лука 4:43). Ул үҙенең шәкерттәрен һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә ҡалаларға һәм ауылдарға ебәргән һәм һуңыраҡ уларға: «Донъяның сигенә үк барып етеп, һәр ерҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылырһығыҙ», —тип ҡушҡан (Ғәмәлдәр 1:8; Лука 10:1).

Беренсе мәсихселәр нисек эш иткән. Ғайсаның шәкерттәре ул ҡушҡанды шунда уҡ үтәй башлаған. «Һәр көн улар Алла Йортонда һәм өйҙәрҙә Ғайсаның Мәсих икәнлеге хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе һөйләүҙән һәм өйрәтеүҙән туҡтаманы» (Ғәмәлдәр 5:42). Һайланғандар ғына түгел, бөтә мәсихселәр ҙә вәғәзләгән. Тарихсы Август Неандер, «Цельс, христиан диненә тәүгеләрҙән булып ҡаршы сыҡҡан яҙыусы, һөйөнөслө хәбәрҙең ашҡыныусан вәғәзселәре йөн тетеүселәр, итек тегеүселәр, кейеҙ баҫыусылар — иң наҙан һәм тупаҫ кешеләр булғанынан мыҫҡыллап көлгән», тип әйткән. Жан Бернарди «Сиркәүҙең тәүге быуаттары» тигән китабында былай тип яҙған: «[Христиандар] барып, бөтә ерҙә лә барыһы менән дә һөйләшергә тейеш булған. Оло юлдарҙа һәм ҡалаларҙа, йәмәғәт майҙандарында һәм өйҙәрҙә. Тыңлайҙармы-юҡмы. [...] ...Ер ситенә тиклем» («The Early Centuries of the Church»).

Бөгөн кем шулай эшләй? «Рухи нәмәләргә бөтә ерҙә лә ҡыҙыҡһыныу юғалыуының бер сәбәбе — сиркәүҙең үҙенең вәғәзләү һәм өйрәтеү вазифаһына етди ҡарамауында», — тип яҙған англикан руханийы Дейвид Уотсон. Үҙенең «Ни өсөн католиктар сиркәүҙән китә?» тигән китабында Хосе Луис Перес Гвадалупе, евангелистар, адвентистар һәм башҡаларҙың эшмәкәрлеген һүрәтләп, «улар өйҙән-өйгә йөрөмәй», тигән. Ә Йәһүә шаһиттары тураһында ул: «Улар даими рәүештә өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй», — тип яҙған («Why Are the Catholics Leaving?»).

АҠШ-тың Юғары судының иң мөһим ҡарарҙары ҡарап сығылған журналда Джонатан Терли яһаған ҡыҙыҡ һәм хаҡ һығымта баҫтырылған: «Йәһүә шаһиттарын иҫкә алыу менән күпселек кеше шунда уҡ уңайһыҙ ваҡытта өйҙәребеҙгә килгән вәғәзселәр хаҡында уйлай. Йәһүә шаһиттары өсөн өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләү — кешеләрҙе үҙ диненә йәлеп итеү ысулы ғына түгел, был уларҙың имандарының төп асылы» («Cato Supreme Court Review, 2001—2002»).

[Рамка]

Билдәләр кемгә күрһәтә?

Был мәҡәләләрҙәге ысын мәсихселәрҙе айырып торған, Изге Яҙмаға нигеҙләнгән билдәләрҙе ҡарап сыҡҡас, уларҙың кемгә күрһәткәнен әйтә алаһығыҙмы? Үҙҙәрен христиан тип атаған ун меңдәрсә конфессия булһа ла, Ғайсаның үҙ шәкерттәренә: «Күктәр Батшалығына: „Хужам! Хужам!“ — тип Миңә әйткән һәр кем түгел, ә Күктәге Атамдың ихтыярын үтәгән кеше генә инәсәк», — тигән һүҙҙәрен иҫегеҙҙә тотоғоҙ (Матфей 7:21). Әгәр һеҙ Атаның ихтыярын үтәүселәрҙе — ысын мәсихселәрҙең билдәләренә тура килгән кешеләрҙе тапһағыҙ һәм уларға ҡушылһағыҙ, Алла Батшалығы идараһы аҫтында мәңгелек фатихалар ала алырһығыҙ. Алла Батшалығы һәм ул килтерәсәк фатихалар хаҡында күберәк белер өсөн, һеҙгә ошо баҫманы биргән Йәһүә шаһиттарына мөрәжәғәт итегеҙ (Лука 4:43).