Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

17-СЕ ДӘРЕС

Район күҙәтселәре беҙгә нисек ярҙам итәләр?

Район күҙәтселәре беҙгә нисек ярҙам итәләр?

Малави

Вәғәз осрашыуы

Вәғәзләү

Өлкәндәр менән осрашыу

Инжилдә йыш ҡына Варнава һәм илсе Павел тигән кешеләр иҫкә алына. Был ир-аттар күсеп йөрөүсе күҙәтеүселәр булып хеҙмәт иткән һәм беренсе быуаттағы йыйылыштарға килеп киткәндәр. Ни өсөн улар шулай эшләгән? Улар рухи ҡәрҙәштәренең именлеге тураһында эскерһеҙ ҡайғыртҡан. Павел «имандаштар янына барып, уларҙың хәлен белергә» теләгәне тураһында әйткән. Уларҙы нығытыр өсөн, ул йөҙләгән километр үтергә әҙер булған (Ғәмәлдәр 15:36). Бөгөн беҙҙең күсеп йөрөүсе күҙәтеүселәр ҙә шундай уҡ ынтылыш менән хеҙмәт итә.

Улар беҙҙе дәртләндерер өсөн килә. Һәр район күҙәтеүсеһе бер йыл эсендә яҡынса 20 йыйылышҡа ике тапҡыр килеп китә һәм һәр йыйылышта бер аҙна ваҡыт үткәрә. Беҙ был тәжрибәле ағай-ҡәрҙәштәрҙән һәм уларҙың ҡатындарынан күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Улар йыйылыштың бар ағзалары менән, шул иҫәптән йәштәр һәм ололар менән, танышырға тырыша һәм беҙҙең менән вәғәздә, Изге Яҙма өйрәнеүҙәрендә ҙур теләк менән ҡатнаша. Район күҙәтеүселәре өлкәндәр менән бергә, ҡәрҙәштәребеҙгә килеп китеп, уларҙы нығыта. Шулай уҡ беҙҙе дәртләндерер өсөн, улар йыйылыш осрашыуҙарында һәм конгрестарҙа рухландырғыс телмәрҙәр менән сығыштар яһай (Ғәмәлдәр 15:35).

Улар беҙҙең һәр беребеҙ менән ҡыҙыҡһына. Район күҙәтеүселәре йыйылыштарҙың рухи хәле менән ныҡ ҡыҙыҡһына. Улар, өлкәндәр һәм хеҙмәт ярҙамсылары менән осрашып, ирешкән уңыштар тураһында фекер алыша һәм уларға үҙ вазифаларын үтәргә ярҙам иткән ғәмәли кәңәштәр бирә. Улар пионерҙарға үҙ хеҙмәттәрен яҡшыртырға ярҙам итә һәм, йыйылышҡа яңы ғына йөрөй башлаған кешеләр менән танышып, уларҙың рухи үҫештәре менән ҡыҙыҡһына. Был ҡәрҙәштәрҙең һәр береһе беҙҙең именлегебеҙ өсөн әҙерлек менән ваҡытын һәм көсөн сарыф итә (2 Коринфтарға 8:23). Уларҙың имандары һәм Аллаға тоғро булыуҙары өлгө алырлыҡ (Еврейҙарға 13:7).

  • Район күҙәтеүселәр ниндәй маҡсат менән йыйылыштарға килеп китәләр?

  • Һеҙ нисек уларҙың килеп китеүҙәренән файҙа ала алаһығыҙ?