Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

6-СЫ БҮЛЕК

Әйүп үҙ сафлығын һаҡлай

Әйүп үҙ сафлығын һаҡлай

Шайтан Әйүптең Алла ҡаршыһындағы сафлығын шик аҫтына ала, әммә Әйүп Аллаға тоғро ҡала

КЕШЕ бик ҡаты һынауҙар аша үткәндә һәм тоғролоҡ уға бер ниндәй ҙә матди табыш килтермәгәндә, ул Аллаға тоғро ҡалырмы? Был һорау Әйүп исемле пәйғәмбәр йәшәгән көндәрҙә күтәрелгән булған, һәм уға яуап бирелгән.

Исраилдар Мысырҙа йәшәгән саҡта Ибраһимдың туғаны Әйүп хәҙерге Ғәрәпстан ерҙәрендә йәшәй. Бер көндө күктә Алла ҡаршыһына фәрештәләр йыйыла, улар араһында фетнәсел Шайтан да була. Был рухи заттар алдында Йәһүә үҙенең Әйүп исемле хеҙмәтсеһенең тоғролоғона ышаныс белдерә һәм уның кеүек саф кеше башҡа юҡ тип әйтә. Әммә Шайтан былай тип раҫлай: Әйүп Алланан фатихалар һәм яҡлау алғанға ғына, уға хеҙмәт итә. Шайтан әйтеүенсә, Әйүптең бар булған нәмәһен тартып алһаң, ул Алланы ҡәһәрләйәсәк.

Алла Шайтанға үҙ хеҙмәтсеһен байлығынан һәм балаларынан, шунан һуң һаулығынан мәхрүм итергә рөхсәт итә. Быға Шайтан ғәйепле икәнлеген белмәгәнгә, Әйүп Алланың ни өсөн бындай һынауҙарҙы рөхсәт иткәнен аңламай. Шулай ҙа ул Алланан баш тартмай.

Әйүп янына уның ике йөҙлө дуҫтары килә. Был өс дуҫ оҙаҡ һөйләп, Әйүпте Йәһүә уға йәшерен гонаһтары өсөн яза бирә тип ышандырырға тырыша. Улар хатта Алла үҙ хеҙмәтселәре менән бер ҡасан да ҡәнәғәт булмай һәм уларға ышанмай тип раҫлай. Әйүп уларҙың дөрөҫ булмаған фекер йөрөтөүҙәрен кире ҡаға һәм үҙ сафлығын үлеменә тиклем һаҡлап ҡалырға тәүәккәллеген белдерә!

Ләкин Әйүп хата яһай: ул сиктән тыш борсолоп, үҙен аҡларға тырыша. Бөтә бәхәстәрҙе ишетеп торған Елиуй исемле йәш кеше һүҙ ҡуҙғата. Әйүп Йәһүәнең хакимлығын аҡлау теләһә ҡайһы кешене аҡлауға ҡарағанда күпкә мөһимерәк икәнлеген күҙ уңынан ысҡындырған, шуға күрә Елиуй уға кәңәш бирә. Ул шулай уҡ Әйүптең ике йөҙлө дуҫтарын ҡаты шелтәләй.

Шунан һуң Йәһүә Алла Әйүптең фекер йөрөтөүен төҙәтергә теләп, уның менән һөйләшә башлай. Ул барлыҡҡа килтерелгәндәрҙең ғәжәп булыуҙарына иғтибар итеп, Әйүпте Алланың кешенән күпкә бөйөгөрәк булыуы тураһында уйланырға дәртләндерә. Йәһүә «наҙлы... һәм шәфҡәтле» Алла булараҡ, Әйүпте һауыҡтыра, икеләтә күберәк байлыҡ һәм ун бала биреп уны фатихалай (Яҡуп 5:11). Ҡаты һынауҙар ваҡытында Йәһүә ҡаршыһында үҙ сафлығын һаҡлап ҡалып, Әйүп Шайтан күтәргән һорауға яуап бирә.

Әйүп китабына нигеҙләнгән.