Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

95-СЕ ДӘРЕС

Бер нәмә лә уларҙы туҡтата алмаған

Бер нәмә лә уларҙы туҡтата алмаған

Ғибәҙәтхана ҡапҡаһы төбөндә атлай алмаған бер кеше көн дә хәйер һорап ултыра торған булған. Бер ваҡыт ул ғибәҙәтханаға китеп барған Пётр менән Яхъяны күрә. Ул уларға: «Зинһар, миңә берәй нәмә бирегеҙсе», — тип өндәшә. Пётр: «Мин һиңә аҡсанан яҡшыраҡты бирәм. Ғайса исеменән бойорам: тор ҙа атлап кит!» — ти. Пётр уға торорға ярҙам итә, һәм ул йөрөй башлай! Был мөғжизәне күргәндәр бик ҡыуана, һәм тағы ла күберәк кеше иманға килә.

Әммә руханиҙарға һәм саддукейҙарға был бер ҙә оҡшамай. Улар илселәрҙе тотоп судҡа алып килә лә: «Һеҙ ундай көстө ҡайҙан алдығыҙ? Был кешене нисек һауыҡтырҙығыҙ?» — тип һорай. Пётр уларға: «Беҙ был көстө һеҙ үлтергән Ғайсанан алдыҡ!» — тип яуап бирә. Дин әһелдәре: «Бүтән шул Ғайса тураһында һөйләмәгеҙ!» — тип ҡысҡыра. Әммә илселәр: «Беҙ уның хаҡында һөйләмәй булдыра алмайбыҙ һәм туҡтамаясаҡбыҙ ҙа», — тип яуап бирә.

Пётр менән Яхъяны азат иткәс, улар башҡа илселәргә бара ла ни булғанын һөйләп бирә. Улар бергәләшеп былай тип доға ҡыла: «Йәһүә, һин тапшырған йөкләмәне үтәр өсөн, зинһар, беҙгә ҡыйыулыҡ бир». Йәһүә уларға изге рух бирә. Улар вәғәзләүен һәм кешеләрҙе һауыҡтырыуын артабан да дауам итә. Ғайсаға иман иткән кешеләр күбәйгәндән-күбәйә бара. Саддукейҙарҙы был бик ныҡ ярһыта, шуға күрә улар илселәрҙе төрмәгә ябып ҡуя. Әммә шул уҡ төндө Йәһүә үҙенең фәрештәһен ебәрә. Фәрештә төрмә ишектәрен аса ла илселәргә: «Ғибәҙәтханаға барығыҙ һәм халыҡты өйрәтеүегеҙҙе дауам итегеҙ», — ти.

Иртән дин етәкселәре Юғары кәңәшмә тип аталған судҡа йыйыла. Уларға: «Төрмә ишектәре бикле, әммә эсендә бер кем дә юҡ! Һеҙ ҡулға алған кешеләр ғибәҙәтханала халыҡты өйрәтә!» — тип хәбәр итәләр. Илселәрҙе ҡабат тотоп алып Юғары кәңәшмәгә килтерәләр. Иң баш рухани уларға: «Беҙ бит һеҙгә Ғайса тураһында һөйләмәҫкә бойорҙоҡ!» — ти. Әммә Пётр: «Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк», — тип яуап бирә.

Дин етәкселәрен был тамам ярһыта, улар илселәрҙе үлтерергә була. Әммә шул саҡ Гамалии́л исемле бер фарисей тороп баҫа ла былай ти: «Ашыҡмағыҙ! Бәлки, Алла үҙе был кешеләр менәндер. Һеҙ нимә, Аллаға ҡаршы сығырға теләйһегеҙме?» Кәңәшмә уның һүҙенә ҡолаҡ һала. Илселәрҙе туҡмайҙар һәм, бүтән вәғәзләмәҫкә ҡушып, ебәрәләр. Әммә илселәрҙе бер нәмә лә туҡтата алмай. Улар ғибәҙәтханала ла, өйҙән-өйгә йөрөп тә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләүен дауам итә.

«Кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк» (Ғәмәлдәр 5:29)