Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Матфай, 5—7-се бүлектәр

Матфай, 5—7-се бүлектәр

5 Күп халыҡты күреп, Ғайса тауға менде. Ул ултырғас, янына шәкерттәре килде. 2 Шунан һуң Ғайса уларҙы өйрәтә башланы:

3 «Рухи нәмәләргә һыуһағандар a бәхетле, сөнки күктәр Батшалығы уларҙыҡы.

4 Ҡайғы-хәсрәт кисереүселәр бәхетле, сөнки уларҙы йыуатырҙар.

5 Йыуаштар b бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр.

6 Тәҡүәлеккә сарсағандар бәхетле, сөнки уларҙың һыуһыны ҡандырылыр.

7 Мәрхәмәтлеләр бәхетле, сөнки уларға мәрхәмәт күрһәтелер.

8 Саф күңеллеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрер.

9 Тыныслыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.

10 Тәҡүәлек өсөн эҙәрләнгәндәр бәхетле, сөнки күктәр Батшалығы уларҙыҡы.

11 Кешеләр һеҙҙе минең арҡала мыҫҡыл иткәндә, эҙәрләгәндә һәм төрлө ялған һүҙҙәр һөйләп яманлағанда, һеҙ бәхетле. 12 Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктә һеҙҙе ҙур бүләк көтә. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләгәндәр бит.

13 Һеҙ — ерҙең тоҙо. Әммә тоҙ үҙ тәмен юғалтһа, уны нисек ҡабат тоҙло итергә? Ул инде бер нәмәгә лә яраҡлы түгел, уны сығарып, аяҡ аҫтына ташларға ғына ҡала.

14 Һеҙ — донъя өсөн яҡтылыҡ. Тау башында урынлашҡан ҡала күренмәй ҡала алмай. 15 Шәм яндырғас, уны һауыт аҫтына түгел, ә шәмдәлгә ҡуялар, ул өйҙәгеләрҙең барыһына ла яҡтырта. 16 Шуның кеүек үк, кешеләр яҡшы эштәрегеҙҙе күреп, күктәге Атайығыҙҙы данлаһын өсөн, һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа шулай балҡыһын.

17 Мине, Ҡанунды һәм пәйғәмбәрҙәр яҙғанды юҡҡа сығарырға килгән, тип уйламағыҙ. Мин юҡҡа сығарырға түгел, ә үтәргә килдем. 18 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хатта ер менән күк юҡҡа сыҡһа ла, Ҡанундағы иң бәләкәй хәреф тә, хәрефтең бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаясаҡ. Унда яҙылғандарҙың бөтәһе лә үтәләсәк. 19 Шуға күрә кем мөһим булып күренмәгән берәй әмерҙе боҙа һәм башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, шул күктәр Батшалығына инергә лайыҡ түгел. Ә кем әмерҙәрҙе үтәй һәм башҡаларҙы ла шуға өйрәтә, шул күктәр Батшалығына инергә лайыҡ. 20 Һеҙгә шуны әйтәм: әгәр ҙә тәҡүәлегегеҙ ҡанун белгестәре һәм фарисейҙарҙыҡы кеүек кенә булһа, һеҙ күктәр Батшалығына инмәйәсәкһегеҙ.

  21 Һеҙ ата-бабаларығыҙға: „Үлтермә. Кеше үлтереүсе суд алдында яуап бирәсәк“, — тип әйтелгәнде беләһегеҙ. 22 Ә мин һеҙгә әйтәм: кем ҡәрҙәшенә асыу тотоп йөрөй, шул суд алдында яуап бирер. Кем ҡәрҙәшен тупаҫ һүҙ әйтеп кәмһетә, шул Юғары суд алдында яуап бирер. Ә кем уға: „Һин ахмаҡ!“ — тип әйтә, шуның утлы Гәһәннәгә c эләгеүе бар.

23 Ҡорбан усағы янына бүләк килтергәндә, ҡәрҙәшеңдең һиңә үпкәләгәнен иҫеңә төшөрһәң, 24 бүләгеңде ҡорбан усағы алдында ҡалдыр ҙа тәүҙә барып, ҡәрҙәшең менән татыулаш.

25 Дәғүәсең менән бәхәсте тиҙерәк, судҡа китеп барған саҡта уҡ яйға һал. Юғиһә, ул һине — хөкөмсөгә d, ә хөкөмсө һаҡсыға тапшырыр, һәм һине төрмәгә ташларҙар. 26 Һиңә әйтәм: бурысыңды һуңғы тиненә тиклем түләп бөтмәйенсә, унан сыҡмаҫһың.

27 Һеҙ: „Зина ҡылма“, — тип әйтелгәнде беләһегеҙ. 28 Ә мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси дәрт менән ҡараусы күңелендә уның менән инде зина ҡылған була. 29 Әгәр ҙә уң күҙең һине гонаһҡа тартһа, уны умырып алып ташла. Бөтөн тәнең Гәһәннәгә e ырғытылыуға ҡарағанда, бер күҙһеҙ ҡалыуың хәйерлерәк. 30 Әгәр уң ҡулың һине гонаһҡа тартһа, уны сабып ырғыт. Бөтөн тәнең Гәһәннәгә f эләгеүгә ҡарағанда, бер ҡулһыҙ ҡалыуың хәйерлерәк.

31 Өҫтәүенә: „Ҡатыны менән айырылышҡан кеше уға айырылышыу ҡағыҙы бирергә тейеш“, — тиелгән. 32 Ә мин һеҙгә әйтәм: әгәр ир ҡатынынан енси әхлаҡһыҙлыҡ g сәбәбе булмай тороп айырылһа, ул уны зина ҡылыуға этәрә, һәм кем айырылышҡан ҡатынға өйләнә, шул зина ҡыла.

33 Тағы һеҙ ата-бабаларығыҙға: „Анттарыңды боҙма, Йәһүәгә биргән нәҙерҙәреңде үтә“, — тип әйтелгәнде беләһегеҙ. 34 Ә мин һеҙгә әйтәм: бөтөнләй ант итмә. Күк менән дә ант итмә, сөнки ул — Алланың тәхете; 35 ер менән дә ант итмә, сөнки ул — уның аяҡ аҫты; Иерусалим менән дә ант итмә, сөнки ул — бөйөк Батшаның ҡалаһы. 36 Башың менән дә ант итмә, сөнки сәсеңдең бер бөртөгөн дә аҡ йә ҡара итә алмайһың. 37 Һеҙҙең „эйе“ тигәнегеҙ — „эйе“, „юҡ“ тигәнегеҙ „юҡ“ булһын, шунан артығы — Иблистән.

38 Һеҙ: „Күҙ өсөн күҙ, теш өсөн теш“, — тип әйтелгәнде беләһегеҙ. 39 Ә мин һеҙгә әйтәм: яуыз кешегә ҡаршылыҡ күрһәтмә. Берәйһе уң яңағыңа һуҡһа, уға һул яңағыңды ла бор. 40 Берәйһе һинең менән судлашып, эске күлдәгеңде алырға теләһә, уға өҫ кейемеңде лә бир. 41 Хакимлыҡҡа эйә булған берәйһе һине бер саҡрым ара үтергә мәжбүр итһә, уның менән ике саҡрым ара үт. 42 Һораған кешегә бир, үҙеңдән бурысҡа алырға h теләүсегә артың менән боролма.

43 Һеҙ: „Яҡыныңды ярат, дошманыңды нәфрәт ит“, — тип әйтелгәнде беләһегеҙ. 44 Ә мин һеҙгә әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм эҙәрләүселәрегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. 45 Шулай эшләп, һеҙ күктәге Атайығыҙҙың балалары икәнегеҙҙе күрһәтерһегеҙ, сөнки ул үҙенең ҡояшын яуыздар өсөн дә, яҡшылар өсөн дә ҡалҡыта һәм ямғырын тәҡүәләргә лә, тәҡүә булмағандарға ла яуҙыра. 46 Әгәр үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратаһығыҙ икән, ниндәй бүләк көтәһегеҙ? Һалым йыйыусылар ҙа шулай эшләмәйме ни? 47 Әгәр ҡәрҙәштәрегеҙҙе генә сәләмләйһегеҙ икән, иҫ китерлек нимә эшләйһегеҙ? Башҡа халыҡ кешеләре лә шулай эшләмәйме ни? 48 Шулай итеп, күктәге Атайығыҙ камил булған кеүек, һеҙ ҙә камил булығыҙ i.

6 Тәҡүә эштәрегеҙҙе кешеләр күрһен өсөн генә эшләүҙән һаҡланығыҙ, юғиһә күктәге Атайығыҙҙан бүләк алмаҫһығыҙ. 2 Шуға күрә мохтаждарға ярҙам иткәндә j, ике йөҙлө әҙәмдәр кеүек, ул хаҡта һөрәнләп йөрөмә. Улар, кешеләр маҡтаһын тип, синагогаларҙа һәм урамдарҙа шулай эшләй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙ бүләген инде тулыһынса алды. 3 Һинең иһә, мохтаждарға ярҙам иткәндә, һул ҡулың уң ҡулыңдың нимә эшләгәнен белмәһен. 4 Шул саҡта яҡшы эштәрең йәшерен булып ҡалыр, һәм йәшерен ҡылынған бөтә эштәрҙе күреп торған Атайың һине бүләкләр.

5 Шулай уҡ доға ҡылғанда ике йөҙлөләр кеүек булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, синагогаларҙа һәм төп урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙ бүләген инде тулыһынса алды. 6 Һин иһә доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп, ишегеңде яп та күҙгә күренмәҫ Атайыңа доға ҡыл, һәм йәшерен ҡылынған бөтә эштәрҙе күреп торған Атайың һине бүләкләр. 7 Доға ҡылғанда, башҡа халыҡ кешеләре һымаҡ, бер үк нәмәне ҡат-ҡат ҡабатламағыҙ. Улар, күп һүҙ әйтһәк, Хоҙай беҙҙе ишетер, тип уйлай. 8 Улар кеүек булмағыҙ, сөнки Атайығыҙ, һеҙ әле һорағансы уҡ, нимәгә мохтаж икәнегеҙҙе белеп тора.

9 Шуға күрә былай тип доға ҡылығыҙ:

„Күктәге Атайыбыҙ, исемең изге тип танылһын. 10 Һинең Батшалығың килһен. Ихтыярың, күктә үтәлгән кеүек, ерҙә лә үтәлһен. 11 Беҙгә был көнгә икмәк бир. 12 Беҙ башҡаларҙы кисергән кеүек, һин дә беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы кисер. 13 Беҙгә ҡотҡоға бирелмәҫкә ярҙам ит һәм Иблистән ҡотҡар“.

14 Әгәр үҙегеҙгә ҡаршы гонаһ ҡылғандарҙы кисерһәгеҙ, күктәге Атайығыҙ ҙа һеҙҙе кисерер. 15 Ә инде уларҙы кисермәһәгеҙ, Атайығыҙ ҙа һеҙҙең гонаһтарығыҙҙы кисермәҫ.

16 Ураҙа тотҡанда, ике йөҙлөләр һымаҡ, ҡараңғы сырай менән йөрөмәгеҙ. Улар, ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙ бүләген инде тулыһынса алды. 17 Һин иһә ураҙа тотҡанда башыңа май һөрт һәм битеңде йыу. 18 Шул саҡта ураҙа тотҡаныңды кешеләр түгел, ә күҙгә күренмәҫ Атайың ғына күрер, һәм йәшерен ҡылынған бөтә эштәрҙе күреп торған Атайың һине бүләкләр.

19 Башҡаса ерҙә байлыҡ йыймағыҙ. Бында уны көйә ашай, тут баҫа, ҡараҡтар урлай. 20 Байлыҡты күктә йыйығыҙ. Унда уны көйә лә ашамаҫ, тут та баҫмаҫ, ҡараҡтар ҙа урламаҫ. 21 Сөнки байлығың ҡайҙа булһа, күңелең дә шунда булыр.

22 Тәндең яҡтыртҡысы — күҙ. Күҙең бер нәмәгә төбәлгән булһа, бөтә тәнең яҡты булыр. 23 Ә инде күҙең көнсөл k булһа, бөтә тәнең ҡараңғы булыр. Әгәр һиндәге яҡтылыҡ — ҡараңғылыҡ икән, ни тиклем ҡуйы һуң ул ҡараңғылыҡ!

24 Бер кем дә ике хужаның ҡоло була алмай, сөнки йә береһен нәфрәт итеп, икенсеһен яратыр, йә береһенә тоғро булып, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Һеҙ бер юлы Алланың да, байлыҡтың да ҡоло була алмайһығыҙ.

25 Шуға күрә һеҙгә әйтәм: бүтән йәшәр өсөн нимә ашарға йә нимә эсергә тип, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ. Ғүмер — ризыҡтан, тән кейемдән ҡиммәтерәк түгелме ни? 26 Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, келәттәргә ашлыҡ та һалмай, әммә күктәге Атайығыҙ уларҙы туйындыра. Һеҙ уларҙан күпкә ҡиммәтерәк түгелме ни? 27 Һеҙҙең кемегеҙ, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә булһа ла оҙонайта ала? 28 Кейем тураһында ла нишләп борсолаһығыҙ? Яландағы ләләләрҙең нисек үҫкәненә ҡарап һабаҡ алығыҙ. Улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй, 29 әммә һеҙгә әйтәм: хатта Сөләймән батша ла, үҙенең бөтә байлығына ҡарамаҫтан, уларҙың береһе кеүек тә кейенмәгән. 30 Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үҫемлектәрҙе шулай кейендерә икән, бигерәк тә һеҙҙе кейендермәҫме ни, аҙ иманлылар? 31 Шуға күрә бер ҡасан да „нимә ашап-эсербеҙ?“ йә „нимә кейербеҙ?“ тип борсолмағыҙ. 32 Башҡа халыҡ кешеләренең төп ҡайғыһы шул бит. Күктәге Атайығыҙ һеҙҙең быларҙың барыһына мохтаж икәнегеҙҙе белә.

33 Шулай итеп, һәр ваҡыт Батшалыҡты һәм Алланың тәҡүә нормаларын тормошоғоҙҙа беренсе урынға ҡуйығыҙ, һәм быларҙың барыһы һеҙгә бирелер. 34 Бер ҡасан да иртәгәһе көн тураһында борсолмағыҙ, сөнки иртәгәһе көндөң үҙ мәшәҡәттәре булыр. Һәр көндөң үҙ ауырлыҡтары етерлек.

7 Бүтән хөкөм итмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә хөкөм ителмәҫһегеҙ, 2 сөнки һеҙ нисек хөкөм итһәгеҙ, Алла ла һеҙҙе шулай хөкөм итер. Башҡалар менән нисек мөғәмәлә итһәгеҙ, улар ҙа һеҙҙең менән шулай мөғәмәлә итер l. 3 Ни өсөн һин ҡәрҙәшеңдең күҙендәге һалам бөртөгөнә ҡарайһың, ә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне һиҙмәйһең? 4 Йә нисек һин, үҙеңдең күҙеңдә бүрәнә була тороп, ҡәрҙәшеңә: „Күҙеңдәге һалам бөртөгөн алайым әле“, — тип әйтә алаһың? 5 Ике йөҙлө әҙәм! Тәүҙә үҙ күҙеңдәге бүрәнәне сығар, шунан ҡәрҙәшеңдең күҙенән һалам бөртөгөн нисек алырға икәнен күрерһең.

6 Изге нәмәләрҙе эттәргә бирмәгеҙ һәм ынйыларҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ. Юғиһә улар ынйыларҙы тапап бөтөрөр, ә шунан боролоп, үҙегеҙҙе ботарлап ташлар.

7 Һорағыҙ — һеҙгә бирерҙәр, эҙләгеҙ — табырһығыҙ, туҡылдатығыҙ — һеҙгә асырҙар, 8 сөнки һораған кеше ала, эҙләгән таба, һәм туҡылдатҡанға асалар. 9 Һеҙҙең кемегеҙ, балаһы икмәк һораһа, уға таш тотторор? 10 Йә балыҡ һораһа, йылан бирер? 11 Шулай булғас, һеҙ гонаһлы кешеләр булып та, балаларығыҙға яҡшы бүләктәр бирә беләһегеҙ икән, бигерәк тә күктәге Атайығыҙ үҙенән һораусыларға яҡшы нәмәләр бирәсәк!

12 Кешеләрҙең үҙегеҙгә нимә эшләүҙәрен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ. Ҡанундың һәм пәйғәмбәрҙәр яҙмаларының асылы шул.

13 Тар ҡапҡанан инегеҙ, сөнки киң ҡапҡа һәм иркен юл һәләкәткә алып бара, һәм күптәр шул ҡапҡанан инә. 14 Ә тар ҡапҡа һәм ҡыҫынҡы юл тормошҡа алып бара, һәм уны аҙҙар ғына таба.

15 Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ. Улар һеҙгә һарыҡ тиреһе ябынып килә, әммә ысынында улар — йыртҡыс бүреләр. 16 Уларҙы емештәренә ҡарап танырһығыҙ. Сәнскәктән йөҙөм йә инжир йыялармы ни? 17 Яҡшы ағас яҡшы емеш бирә, ә серек ағас насар емеш бирә. 18 Яҡшы ағас насар емеш бирә алмай, ә серек ағас яҡшы емеш бирә алмай. 19 Яҡшы емеш бирмәгән ағасты ҡырҡып, утҡа ташлайҙар. 20 Шулай итеп, ул кешеләрҙе емештәренә ҡарап танырһығыҙ.

21 Күктәге Батшалыҡҡа миңә: „Хужам! Хужам!“ — тип өндәшкән һәр кем түгел, ә Атайымдың ихтыярын үтәгәндәр генә инәсәк. 22 Күптәр миңә ул көндө былай тиер: „Хужам! Хужам! Беҙ һинең исемеңдән пәйғәмбәрлек итмәнекме ни? Һинең исемең менән ендәрҙе ҡыуып сығарманыҡмы ни? Һинең исемең менән күп мөғжизәләр ҡылманыҡмы ни?“ 23 Шунда мин уларға: „Мин һеҙҙе бер ҡасан да белмәнем. Китегеҙ янымдан, яуызлыҡ ҡылыусылар!“ — тиермен.

24 Шулай итеп, был һүҙҙәрҙе ишетеп, уларҙы үтәүсе йортон ҡая өҫтөнә төҙөгән аҡыллы кешегә оҡшаш. 25 Ямғыр яуып, һыу баҫҡас һәм елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылғас, ул емерелмәгән, сөнки ҡая өҫтөнә һалынған булған. 26 Ә был һүҙҙәрҙе ишетеп, уларҙы үтәмәүсе йортон ҡом өҫтөнә төҙөгән аҡылһыҙ кешегә оҡшаш. 27 Ямғыр яуып, һыу баҫҡас һәм елдәр иҫеп, шул йортҡа ябырылғас, ул ауған һәм тулыһынса емерелгән».

28 Ғайса һөйләп бөткәс, кешеләр уның өйрәтеүенә таң ҡалды, 29 сөнки ул уларҙы ҡанун белгестәре кеүек түгел, ә хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек өйрәтте.

a Йәки «Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар».

b Йәки «үҙҙәрен кесе итеп тотҡандар».

c Иерусалимдан ситтә урынлашҡан сүп-сар яндырыу урыны. Боронғо Иерусалимдан көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнбайышҡа табан урынлашҡан Һинном үҙәненең грекса атамаһы. Гәһәннәлә тере кешеләрҙе һәм хайуандарҙы яндырыуҙарына йәки уларҙың унда ғазапланыуҙарына дәлилдәр юҡ. Шуға күрә ул кешеләрҙең йәндәре тура мәғәнәләге утта мәңге ғазаплана торған урын була алмай. Ғайса һәм уның шәкерттәре «Гәһәннә» тигән һүҙҙе тулыһынса һәм бөтөнләйгә юҡ ителеүҙең символы итеп ҡулланған.

d Йәғни судьяға.

e  5:22-гә килтерелгән төшөрмәне ҡара.

f  5:22-гә килтерелгән төшөрмәне ҡара.

g Изге Яҙмала порне́йа тигән грек һүҙе Алла тыйған енси характерҙағы билдәле бер эш-ғәмәлдәрҙе аңлата; йыш ҡына «аҙғынлыҡ» тип тәржемә ителә. Был зина ҡылыу, фәхишәлек, никахта тормаған кешеләр араһында енси мөнәсәбәттәр, гомосексуализмды һәм хайуан менән енси мөнәсәбәткә инеүҙе үҙ эсенә ала.

h Йәғни процентһыҙ бурысҡа алырға.

i Йәғни камил яратыу күрһәтегеҙ.

j Йәки «хәйер биргәндә».

k Һүҙмә-һүҙ «насар; яуыз».

l Йәки «ниндәй үлсәм менән үлсәһәгеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирерҙәр».