Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

11-СЕ ДӘРЕС

Изге Яҙманы уҡыу күберәк файҙа килтерһен өсөн, нимә эшләргә?

Изге Яҙманы уҡыу күберәк файҙа килтерһен өсөн, нимә эшләргә?

Һиңә ҙур эшкә тотоноуы ауырмы? Эште еңеләйтер өсөн, һин, ғәҙәттә, уны бәләкәйерәк өлөштәргә бүләһеңдер. Изге Яҙманы уҡыу тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Һин үҙ-үҙеңдән: «Нимәнән башларға?» — тип һорайһыңдыр. Ошо дәрестә килтерелгән кәңәштәр һиңә Изге Яҙманы уҡыуҙы ҡыҙыҡлы итергә һәм уҡыуҙан файҙа алырға ярҙам итер.

1. Ни өсөн Изге Яҙманы көн дә уҡырға кәрәк?

Изге Яҙманы, йәғни «Йәһүә ҡанунын» көн дә уҡыған кеше бәхетле һәм уңышлы була. (Зәбур 1:1—3-тө уҡы.) Тәүҙә уҡыуға көнөнә бер нисә минут бүлеп ҡара. Изге Яҙманы күберәк уҡыған һайын, уны уҡыу һиңә нығыраҡ оҡшай барыр.

2. Изге Яҙманы уҡыуҙан нисек файҙа алырға?

Изге Яҙманы уҡыу күберәк файҙа килтерһен өсөн, беҙгә, туҡтап, уҡығандарыбыҙ тураһында уйланырға кәрәк. Уҡыу ҙа, уйланыу ҙа бик мөһим (Ешуа 1:8). Уҡығанда, үҙ-үҙеңә бындай һорауҙар бир: «Мин Йәһүә тураһында нимә белдем? Мин быны тормошомда нисек ҡуллана алам? Белгәндәремде башҡаларға ярҙам итер өсөн нисек ҡулланырға?»

3. Изге Яҙманы уҡыуға ҡайҙан ваҡыт табырға?

Һиңә Изге Яҙманы уҡыуға ваҡыт табыуы ауырмы? Күптәргә был еңел түгел. Ваҡытты мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланырға тырыш (Ефестарға 5:16). Изге Яҙманы уҡыуға көн дә билдәле бер ваҡыт бүлеп ҡуй. Берәүҙәр Изге Яҙманы иртән уҡый. Башҡалар — төшкө ял ваҡытында. Ә ҡайһы берәүҙәр быны йоҡо алдынан эшләй. Һинең өсөн ниндәй ваҡыт уңайлы булыр?

КҮБЕРӘК БЕЛ

Изге Яҙманы уҡыуҙы нисек ҡыҙыҡлыраҡ итеп булғанын ҡарап сыҡ. Өйрәнеү күберәк файҙа килтерһен өсөн, уға нисек әҙерләнергә икәнен бел.

Яңы ашамлыҡ, уны ашаған һайын, беҙгә нығыраҡ оҡшай бара. Изге Яҙманы уҡыу тураһында ла шуны уҡ әйтеп була

4. Изге Яҙманы уҡыу һиңә рәхәтлек килтерһен

Тәүҙә берәй ашамлыҡ беҙгә тәмһеҙ булып күренергә мөмкин. Әммә уны ашаған һайын, ул беҙгә яйлап оҡшай башлай. Изге Яҙманы уҡыу тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. 1 Петр 2:2-не уҡы һәм яуап бир:

  • Нисек уйлайһың, Изге Яҙманы көн дә уҡыһаң, уны уҡыу һиңә оҡшай башлармы?

Изге Яҙманы уҡыуҙан рәхәтлек таба башлаған кешеләр хаҡында ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара, шунан һуң һорауҙарға яуап бир.

  • Ошо видеояҙмалағы йәштәр ниндәй ҡыйынлыҡтар менән осрашҡан?

  • Уларға Изге Яҙманы даими уҡырға нимә ярҙам иткән?

  • Улар Изге Яҙманы уҡыуҙы нисек ҡыҙығыраҡ иткән?

Нимәнән башларға?

  • Ышаныслы һәм заманса тәржемәне һайла. Һинең телеңдә «Яңы донъя тәржемәһе» булһа, уны ҡулланып ҡара.

  • Тәүҙә Изге Яҙманы үҙеңә ҡыҙыҡ булып күренгән урындан уҡый башла. «Изге Яҙманы уҡый башла» тигән рамкала быға ҡағылышлы күберәк идеялар табып була.

  • Уҡығандарыңды билдәләп бар. Ошо китаптың аҙағында килтерелгән «Изге Яҙманы уҡыу буйынса шәхси графикты» ҡуллан.

  • JW Library®ҡушымтаһын ҡуллан. Был ҡушымта ярҙамында һин, ҡайҙа ғына булһаң да, смартфоныңда йә башҡа электрон яйланмала Изге Яҙманы уҡый һәм тыңлай алырһың.

  • «Яңы донъя тәржемәһендә» килтерелгән ҡушымталарҙы ҡуллан. Карталар, таблицалар һәм һүҙлек Изге Яҙманы уҡыуыңды ҡыҙығыраҡ итер.

5. Изге Яҙманы өйрәнеүгә әҙерлән

Зәбур 119:34-те уҡы һәм яуап бир:

  • Ни өсөн Изге Яҙманы уҡыу һәм өйрәнеүгә әҙерләнеү алдынан доға ҡылырға кәрәк?

Һәр дәрестән күберәк файҙа алырға һиңә нимә ярҙам итер? Ошо курстың дәрестәренә әҙерләнгәндә, бындай аҙымдар яһап ҡара:

  1. А. Дәрестең беренсе битендә килтерелгән абзацтарҙы уҡы.

  2. Б. Изге Яҙманан килтерелгән бөтә аяттарҙы ла асып уҡы. Уларҙың тема менән нисек бәйле булғаны хаҡында уйлан.

  3. В. Һорауға яуап биргән һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр аҫтына һыҙ. Был һиңә уҡытыусың менән фекер алышырға ярҙам итер.

Һин белә инеңме?

Йәһүә шаһиттары Изге Яҙманың төрлө тәржемәләрен ҡуллана. Әммә беҙгә айырыуса «Яңы донъя тәржемәһе» оҡшай, сөнки ул теүәл, аңлайышлы итеп тәржемә ителгән, һәм унда Алла исеме ҡулланылған. («Йәһүә шаһиттары Изге Яҙманың ниндәй тәржемәһен ҡуллана?» тигән интернет-мәҡәләне ҡара.)

ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Изге Яҙманы өйрәнеү бик ауыр. Бының өсөн ваҡытым да, көсөм дә юҡ».

  • Ә һин был хаҡта нимә уйлайһың?

ТӨП ФЕКЕР

Изге Яҙманы көн дә ниндәй ваҡытта уҡыясағыңды билдәләп ҡуй. Уҡығандарыңды аңлар өсөн доға ҡыл. Һәр өйрәнеүгә әҙерлән.

Ҡабатлау

  • Изге Яҙманы уҡыу ҡыҙыҡлы булһын өсөн һәм күберәк файҙа килтерһен өсөн, нимә эшләп була?

  • Һиңә ниндәй ваҡытта Изге Яҙманы уҡыу һәм өйрәнеү уңайлыраҡ?

  • Ни өсөн һәр өйрәнеүгә яҡшы итеп әҙерләнеү мөһим?

Маҡсаттар

ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ

Изге Яҙманы уҡыуҙан күберәк файҙа алырға ярҙам иткән бер нисә идея ҡарап сыҡ.

«Изге Яҙманы уҡыуҙы нисек ҡыҙыҡлы итергә?» («Күҙәтеү манараһы», 2017 йыл, № 1)

Изге Яҙманы уҡыр өсөн, ниндәй өс алым ҡулланып булғанын бел.

«Изге Яҙма миңә нисек ярҙам итә ала? 1-се өлөш. Изге Яҙманы тикшер» (интернет-мәҡәлә)

Изге Яҙманы инде күптән уҡыған кешеләрҙең кәңәштәрен ҡуллан.

«Тәрән шәхси өйрәнеү» (2:06)