Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Был көн бик яҡын!

Был көн бик яҡын!

Күсереп алыу:

  1. 1. Салт аяҙ ғәжәп матур көн,

    Һандуғас һуҙып һайрай,

    Төрөнгән йәмгә тирә-йүн,

    Күмелгән шау сәскәгә туғай.

    Ихлас ҡаршы алабыҙ

    Беҙ ғәзиз кешебеҙҙе.

    Ер йөҙө ожмах инде!

    Был көн яҡын булған бит!

  2. 2. Үҙәндә тора матур өй,

    Ултыра тауҙа йорттар.

    Саф шишмә һыуы, көмөштәй,

    Сылтырап аға, көйләп моңдар.

    Алтын туҡ башаҡтар ҙа

    Моң һуҙа еләҫ елгә.

    Ниһайәт, беҙ ожмахта!

    Был көн яҡын булған бит!

    КҮСЕШ

    Бына был көн килеп етте,

    Беҙ зарығып көттөк уны.

    Юҡ, ниһайәт, ҡайғы-хәсрәт,

    Тормош яңы, ер яңырҙы.

  3. 3. Шатлыҡҡа тулған бөтә ер,

    Болонда — бесән еҫе.

    Яҡындар менән көндән-көн

    Беҙ уртаҡлашабыҙ бәхетте,

    Бергәләп рәхмәт әйтәбеҙ

    Йәһүә Аллабыҙға.

    Шул тиклем рәхәт бында!

    Был көн яҡын булған бит!

    КҮСЕШ

    Йөҙөң шатлыҡ бөркөп тора,

    Мине был бәхетле итә.

    Кил, ҡосаҡлайым үҙеңде,

    Оҙаҡ көттөм ошо мәлде!

  4. 4. Саҡ ҡына көтәйек,

    Бик яҡын яңы донъя.

    Йәһүә вәғ(ә)ҙә иткәнсә,

    Киләсәк был көн һуңламайса.

    Өмөттө иҫтә тотайык,

    Ул яҡты йондоҙ беҙгә,

    Көтөргә ярҙам итә.

    Был көн инде яҡын бит!