Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

119-СЫ ЙЫР

Иманыбыҙ ныҡ булһын!

Иманыбыҙ ныҡ булһын!

(Еврейҙарға 10:38, 39)

  1. 1. Элек Йәһүә һүҙен еткергән,

    Пәйғәмбәрҙәрен ебәреп,

    Бөгөн саҡыра тәүбә итергә,

    Улы аша өндәшеп.

    ҠУШЫМТА

    Ни тиклем ныҡ иманыбыҙ?

    Ҡотолоу өсөн ул кәрәк.

    Күренәме ул эштәрҙә?

    Ныҡлы иман беҙгә булыр терәк.

  2. 2. Ғайса әмерен үтәйбеҙ һәр көн,

    Һөйләп Батшалыҡ хаҡында.

    Өмөт хәбәрен тотмайбыҙ эстә,

    Ул йөрәктән ағыла.

    ҠУШЫМТА

    Ни тиклем ныҡ иманыбыҙ?

    Ҡотолоу өсөн ул кәрәк.

    Күренәме ул эштәрҙә?

    Ныҡлы иман беҙгә булыр терәк.

  3. 3. Тормош дауылын йырып сығырға

    Ярҙам итәсәк ныҡ иман.

    Әгәр тырышһаҡ сыҙам булырға,

    Алырбыҙ көс Алланан.

    ҠУШЫМТА

    Ни тиклем ныҡ иманыбыҙ?

    Ҡотолоу өсөн ул кәрәк.

    Күренәме ул эштәрҙә?

    Ныҡлы иман беҙгә булыр терәк.

(Рим. 10:10; Ефес. 3:12; Евр. 11:6; 1 Яхъя 5:4-те лә ҡара.)