Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Экстремаль һауа торошо. Изге Яҙма нисек йыуата һәм ярҙам итә ала?

Экстремаль һауа торошо. Изге Яҙма нисек йыуата һәм ярҙам итә ала?

 Экстремаль һауа торошонан миллионлаған кеше зыян күргән. Бәлки, һеҙ шуларҙың береһелер. Тәбиғәт афәттәренең эҙемтәләре төрлө булырға мөмкин. Көслө дауыл, тайфун, циклон һәм торнадо йыш ҡына ҙур тулҡындар, һыу баҫыу һәм һәләкәтле елгә сәбәп була. Ҡойма ямғыр арҡаһында ер ишелә, ә көслө дауыл арҡаһында ағастарҙы йәшен һуға, һөҙөмтәлә был көслө урман янғындарына килтерә. Ҡоролоҡ, аномаль эҫелек һәм ҡар бурандары арҡаһында ла кешеләр күп бәләләр күрә.

 Күп ерҙәрҙә аномаль һауа торошо торған һайын йышыраҡ күҙәтелә һәм күберәк бәлә-ҡаза килтерә. Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярты Ай халыҡ-ара федерацияһы былай тип хәбәр итә: «Һыу баҫыу, ел-дауыл, һәм ҡоролоҡ кешеләрҙең ғүмеренә һәм мал-мөлкәтенә ҙур зыян килтерә, һөҙөмтәлә йыл һайын миллионлаған кеше өйһөҙ ҡала, шуға күрә бәлә-ҡазанан зыян күргән кешеләрҙең һаны арта».

 Йыл һайын тәбиғәт афәттәре кешеләргә матди юғалтыуҙар ғына түгел, ә йән һәм тән ғазаптары ла килтерә. Улар мал-мөлкәтен, өйҙәрен һәм хатта яҡындарын да юғалта.

 Бәлки, һеҙ ҙә тәбиғәт афәттәре арҡаһында зыян күргәнһегеҙҙер. Изге Яҙма һеҙгә ярҙам итә ала! Унда һеҙ йыуаныс, өмөт һәм практик кәңәштәр таба алаһығыҙ. Ул кәңәштәр шундай уҡ бәләгә эләккән бик күп кешеләргә инде ярҙам иткән (Римдарға 15:4). Унда шулай уҡ күптәрҙе борсоған бындай һорауҙарға яуап бар: «Ни өсөн Алла быларҙың барыһына юл ҡуя? Әллә ул шулай итеп беҙгә яза бирәме?»

Экстремаль һауа шарттары Алла язаһы түгел

 Изге Яҙма, кешеләрҙең ғазаптары өсөн Алла яуаплы түгел, тип өйрәтә. Унда, Алла яуызлыҡ эшләмәй һәм «бер кемде лә ҡотҡоға һалмай», тип әйтелә (Яҡуб 1:13). Тимәк, экстремаль һауа торошона ул ғәйепле түгел.

 Изге Яҙмала ысынлап та Алланың элек яуыз кешеләргә тәбиғәт көстәре ярҙамында яза биргәне тураһында яҙылған. Әммә ул ваҡиғалар бөгөнгөләренән ныҡ айырылып тора. Бөгөн стихия кешеләргә алдан киҫәтмәй генә ябырыла, һәм унан насар кешеләр ҙә, яҡшы кешеләр ҙә зыян күрә. Изге Яҙма яҙылған ваҡыттарҙа Алла ғәйепһеҙ кешеләрҙе һәр ваҡыт яҡлаған, нимә булырын алдан әйткән һәм шулай эшләүенең сәбәбен аңлатҡан. Мәҫәлән, Нух көндәрендә Алла ни өсөн ергә Туфан ебәрергә йыйынғанын аңлатҡан, был хаҡта алдан әйткән һәм Нух менән уның ғаиләһен яҡлаған (Башланмыш 6:13; 2 Петр 2:5).

 Бөгөнгө афәттәр Алла язаһы түгел икәне хаҡында күберәк мәғлүмәтте һеҙ «Тәбиғәт афәттәре тураһында Изге Яҙмала нимә әйтелә?» тигән мәҡәләнән табырһығыҙ.

Алла тәбиғәт афәттәренән зыян күргәндәргә ярҙам итә

 Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә a Алла ҡайғыртыусан һәм ҡыҙғаныусан. Изге Яҙмалағы ике аятҡа иғтибар итегеҙ.

  •   Ишағыя 63:9: «Улар ғазап сиккәндә, ул да [Алла] ғазап сикте».

     Мәғәнәһе. Йәһүәгә кешеләрҙең ғазапланғанын күреү бик ауыр.

  •   1 Петр 5:7: «Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта».

     Мәғәнәһе. Һеҙҙең менән нимә булыуы Йәһүәгә барыбер түгел. Ул һеҙҙең өсөн борсола.

 Йәһүә Алла беҙҙең хаҡта ҡайғырта һәм беҙҙе йәлләй. Ул беҙҙең бәләләргә вайымһыҙ түгел. Изге Яҙма аша ул йыуаныс һәм практик кәңәштәр бирә, шулай уҡ, тәбиғәт афәттәре башҡа булмай, тип ышандыра (2 Коринфтарға 1:3, 4).

Оҙаҡламай тәбиғәт афәттәре башҡа зыян килтермәйәсәк

 Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә кешеләргә киләсәк һәм өмөт бирергә вәғәҙә итә (Иремия 29:11). Ул беҙҙең планетаның ожмахҡа әйләнеүен һәм кешеләрҙең шатланып, тәбиғи катаклизмдарҙан ҡурҡмай йәшәүен теләй (Башланмыш 1:28; 2:15; Ишағыя 32:18).

 Алла үҙ вәғәҙәһен Батшалыҡ — Ғайса Мәсих етәкселегендәге күктәге хөкүмәт ярҙамында үтәйәсәк (Матфей 6:10). Ғайсаның тәбиғи афәттәрҙе булдырмаҫҡа зирәклеге һәм көсө етә. Ерҙә йәшәгәндә ул тәбиғәт көстәре менән идара итә алғанын асыҡ итеп күрһәткән (Марк 4:37—41). Ғайса — аҡыллы һәм зирәк хаким. Ул кешеләрҙе тирә-яҡ мөхит тураһында ҡайғыртырға һәм тәбиғәт менән гармонияла йәшәргә өйрәтер (Ишағыя 11:2). Ғайсаның идараһы аҫтында кешеләр бер ҡасан да насар һауа шарттарынан интекмәҫ.

 Бәлки, һеҙ: «Ғайса ҡасан тәбиғәт көстәрен контроль аҫтына алыр?» — тип һорарһығыҙ. Яуапты «Алла Батшалығы ер менән ҡасан идара итә башлаясаҡ?» тигән мәҡәләнән табып була.

Экстремаль шарттарҙа нисек эш итергә?

 Изге Яҙмалағы кәңәштәр стихия алдынан, стихия ваҡытында һәм унан һуң ярҙам итер.

  •   Стихия алдынан: тиҙ эш итер өсөн, әҙерләнегеҙ.

     Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Алдын-артын уйлаусы, хәүеф-хәтәрҙе күреп, ҡасып китә, ә тәжрибәһеҙҙәр, туп-тура барып, яфа сигә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3).

     Мәғәнәһе. Тиҙ эш итеп, үҙ ғаиләгеҙҙе яҡлар өсөн, үҙегеҙ йәшәгән ерҙә ниндәй бәләләр булыуы мөмкин икәнен белегеҙ.

     Тормоштан бер осраҡ. «Урман янғындары арҡаһында өйҙән ҡасырға кәрәк көндә беҙ инде әҙер инек. Иң кәрәкле нәмәләрҙе алдан уҡ йыйып рюкзактарға тултырып ҡуйғайныҡ. Унда кәрәкле дарыуҙар һәм кейемдәр бар ине. Тирә-яҡта кешеләр паникаға бирелде, уларға нимә эшләргә һәм үҙҙәре менән нимә алырға икәне тураһында уйлауы ауыр ине. Ә беҙҙең бөтә кәрәк нәмәбеҙ әҙер ине. Алдан әҙерләнеүебеҙгә мин бик шатландым» (Тамара, Калифорния штаты, АҠШ).

  •   Стихия ваҡытында: нимәнең иң мөһиме икәнен онотмағыҙ.

     Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Кеше нисек кенә бай булһа ла, уның ғүмере байлыҡҡа бәйле түгел» (Лука 12:15).

     Мәғәнәһе. Тормош мал-мөлкәттән мөһимерәк.

     Тормоштан бер осраҡ. «„Лавин“ b тайфуны өйөбөҙҙө емергәс, нимә эшләргә икәнен тиҙ генә аңлай алманым. Ләкин бер нәмәне мин онотманым: Йәһүә Аллаға ысын күңелдән доға ҡылдым. Шул саҡ мин аңланым: беҙ ни бары әйберҙәрҙе генә юғалттыҡ. Иң мөһиме, беҙ барыбыҙ ҙа иҫән-имен инек» (Лесли, Филиппин утрауҙары).

  •   Стихиянан һуң: проблеманы килеп сыҡҡас ҡына хәл итегеҙ.

     Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Иртәгәһе көн хаҡында борсолмағыҙ. Иртәгә буласаҡ көн үҙе хаҡында үҙе ҡайғыртыр» (Матфей 6:34).

     Мәғәнәһе. Килеп сыға алған проблемалар тураһында артыҡ борсолмағыҙ.

     Тормоштан бер осраҡ. «„Ирма“ дауылынан һуң беҙҙең өйҙө һыу баҫты. Хәл итергә кәрәк булған бик күп проблемалар килеп сыҡты. Мин бик көслө стресс кисерҙем. Шунда Изге Яҙмалағы, проблеманы килеп сыҡҡас ҡына хәл итергә, тигән кәңәш буйынса эш итергә тырыштым. Шуны аңланым: Йәһүә ярҙамы менән мин үҙем уйлағандан шаҡтай күберәкте эшләй алам икән» (Сэлли, Флорида штаты, АҠШ).

 Күберәк кәңәштәрҙе «Бәлә килгәндә ғүмерҙе ҡотҡара алған аҙымдар» тигән мәҡәләнән табып була.

a Изге Яҙма буйынса, Йәһүә — Алланың исеме (Зәбур 83:18).

b Шулай уҡ «Хайма» тайфуны булараҡ билдәле.