Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала Ғайсаның тормошо дөрөҫ итеп тасуирланғанмы?

Изге Яҙмала Ғайсаның тормошо дөрөҫ итеп тасуирланғанмы?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан Лука, үҙенең Ғайса тураһындағы хәбәре хаҡында былай тип яҙған: «Бөтәһен дә баштан алып ентекләп өйрәнгәндән һуң, эҙмә-эҙлекле итеп бәйән итергә булдым» (Лука 1:3).

 Ғайсаның ерҙәге тормошо тураһында Матфай, Марк, Лука һәм Яхъя яҙған. Ҡайһы берәүҙәр, уларҙың яҙған хәбәре беҙҙең эраның дүртенсе быуатында үҙгәртелгән, тип һанай.

 Әммә XX быуат башында Мысырҙа Яхъя бәйән иткән һөйөнөслө хәбәрҙең мөһим бер фрагменты табылған. Бөгөнгө көндә шул киҫәк Райлендз 457 (P52) папирусы тип атала, һәм Манчестерҙа (Англия) Джон Райлендз китапханаһында һаҡлана. Унда бөгөнгө Изге Яҙмалағы Яхъя 18:31—33, 37, 38-се аяттарға тура килгән текст яҙылған.

 Был Мәсихсе Грек Яҙмаларының иң боронғо фрагменты. Күп кенә ғалимдар ул яҡынса б. э. 125 йылында яҙылған тигән бер фекергә килә, йәғни был фрагмент төп нөсхә яҙылғандан һуң 25 йыл үткәс кенә яҙылған булған. Һәм ул һуңыраҡ яҙылған күсермәләргә бар яҡтан да тура килә, тип әйтеп була.