Төп мәғлүмәткә күсеү

Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр ҡасан яҙылған булған?

Ғайса тураһындағы хәбәрҙәр ҡасан яҙылған булған?

Изге Яҙманан яуап

 Яхъя, Ғайсаның тормошо тураһында китап яҙғанда, былай тигән: «Быларҙы, һеҙ ҙә иманға килегеҙ тип, бөтәһен дә үҙ күҙе менән күргән кеше һөйләп бирҙе. Уның шаһитлығы хаҡ һәм ул үҙенең хәҡиҡәт һөйләүен белә» (Яхъя 19:35).

 Матфай, Марк, Лука һәм Яхъя бәйән иткән һөйөнөслө хәбәрҙәргә ышанып була, сөнки улар яҙылғанда унда тасуирланған ваҡиғаларҙың шаһиттары әле иҫән булған. Ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, Матфай бәйән иткән һөйөнөслө хәбәр Ғайсаның үлеменән һуң 8 йыл ғына үткәс яҡынса б. э. 41 йылында яҙылған булған. Изге Яҙма белгестәренең күбеһе бының һуңыраҡ булғаны тураһында әйтһә лә, Мәсихсе Грек Яҙмаларының бөтә китаптары б. э. I быуатында яҙылғанына бер кем дә шикләнмәй.

 Ғайсаның хеҙмәте, үлеме һәм терелеүе тураһындағы хәбәрҙәрҙең теүәл тасуирланғанын был ваҡиғаларҙың шаһиттары иҫбатлай алған. Профессор Ф. Ф. Брус былай тип яҙған: «Илселәрҙең беренсе вәғәздәренең көслө яҡтарының береһе — тыңлаусыларға таныш булған белемдәрҙе ҡулланыу; илселәр „беҙ бының шаһиттары“ тип кенә түгел, ә „белеүегеҙсә“, тип һөйләгән (Ғәмәлдәр 2:22)».