Төп мәғлүмәткә күсеү

Ғайса ҡасан тыуған?

Ғайса ҡасан тыуған?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала Ғайсаның тыуған көнө күрһәтелмәгән. Быны киләһе сығанаҡтар раҫлай:

  •   «Мәсихтең тыуған көнө билдәһеҙ» (New Catholic Encyclopedia).

  •   «Ғайса Мәсихтең тыуған көнөнөң теүәл датаһы бер ҡайҙа ла иҫкә алынмай» (Энциклопедия обрядов и обычаев).

 Изге Яҙмала «Ғайса ҡасан тыуған?» тигән һорауға тура яуап юҡ. Шулай ҙа унда уның тыуған көнө менән бәйле ике ваҡиға һүрәтләнә. Улар күптәрҙе Ғайсаның 25 декабрҙә лә, 7 ғинуарҙа ла тыумағанына ышандыра.

Ҡыш көнө түгел

  1.   Иҫәп алыу. Ғайса тыуыр алдынан, «Август ҡайсар тарафынан тотош Рим империяһында халыҡ иҫәбен алырға тигән бойороҡ бирелгән». Бының өсөн һәр кеше «үҙ ҡалаһына» китергә тейеш булған. Юлға аҙнанан артыҡ ваҡыт китә алған (Лука 2:1—3). Бындай бойороҡ — уның маҡсаты, моғайын, һалым йыйыуҙы һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы еңеләйтеү булғандыр — йылдың һәр миҙгелендә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра алған. Август, үҙ подданныйҙарын ҡыш көнө оҙон юлға ебәреп, уларҙы тағы ла нығыраҡ асыуландырыр ине микән, ай-һай?

  2.   Һарыҡтар. Көтөүселәр «ошо төндә шул тирәләге яланда һарыҡ көткән» (Лука 2:8). Александр Мень «Дин тарихы» тигән китабында былай тип яҙған: «...тамырланған йола менән айырылышыу бик йәл булһа ла, „Һөйөнөслө Хәбәр“ китаптары быны раҫламай икәнен танырға кәрәк. Ғайсаның шәкерте Лука, көтөүселәр яланда йәшәгән һәм төндә үҙ һарыҡтарын һаҡлаған, тип әйтә. Ә декабрҙә һарыҡтарҙы ышыҡ урында тотҡандар. Марттан ноябргә тиклем улар көтөүлектә йөрөгән; тимәк, Ғайса ошо ваҡыт арауығында тыуған» («История религии»).

Көҙ башы

 Ғайсаның яҡынса тыуған көнөн уның үлгән көнөнән ваҡытты кире һанап белә алабыҙ. Ул б. э. 33 йылының 14 нисанында, яҙ көнө, Ҡотҡарылыу байрамы көнөндә үлгән (Яхъя 19:14—16). Ғайсаның хеҙмәте уға 30 йәштәр самаһы булғанда башланған һәм өс йыл ярым дауам иткән. Тимәк, ул б. э. 2 йылының көҙ башында тыуған (Лука 3:23).

Ни өсөн Раштыуаны 25 декабрҙә (йә 7 ғинуарҙа) байрам итәләр?

 Ғайса Мәсихтең 25 декабрҙә (йә 7 ғинуарҙа) тыуғанына дәлилдәр булмағас, ни өсөн һуң Раштыуаны шул көндә билдәләйҙәр? «Британия энциклопедияһында» әйтелеүенсә, Сиркәү, бәлки, ошо датаны, «рим мәжүси байрамы „еңелмәҫ Ҡояш илаһының тыуған көнө“ менән тура килһен, тип һайлағандыр». Был байрамды ҡышҡы ҡояш торошо ваҡытында билдәләгәндәр (Encyclopædia Britannica). Башҡа бер энциклопедия буйынса, күп Изге Яҙма белгестәре, был «мәжүсиҙәргә христиан диненең мөһимлеген күрһәтер өсөн» эшләнелгән булған, тип һанай (Encyclopedia Americana).