Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Цемент иҙмәһе кирбестәрҙе беркеткән кеүек, ихтирамлы һүҙҙәр никахты нығыта

ИРЛЕ-ҠАТЫНЛЫЛАР ӨСӨН

3. Хөрмәт

3. Хөрмәт

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА

Бер-береһен хөрмәт иткән ир менән ҡатын хатта үҙ-ара килешмәгән саҡта ла яратыу күрһәтә. «Ундай парҙар, сығыу юлы булмаған ситуациялар булдырмаҫҡа тырышып, үҙ һүҙен өҫкә сығарырға ынтылмай, — тип әйтелә «Һеҙҙең никахты үҙгәртә алған ун кәңәш» китабында. — Улар килеп сыҡҡан ҡаршылыҡтар тураһында һөйләшә, бер-береһен ихтирам менән тыңлай һәм компромисҡа бара» («Ten Lessons to Transform Your Marriage»).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Мөхәббәт... үҙенә файҙа эҙләмәй» (1 Коринфтарға 13:4, 5).

«Ҡатынымды хөрмәт итеү уны ҡәҙерләүҙе һәм уға никахыбыҙға зыян килтерә алған бер нәмә лә эшләмәүҙе аңлата» (Майк).

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ

Әгәр хөрмәт булмаһа, ир менән ҡатындың һүҙҙәрендә критика, сарказм һәм хатта һанға һуҡмау һиҙелергә мөмкин. Быны психологтар, айырылышыуҙың беренсе билдәләре, тип атай.

«Ҡатыныңа әйтелгән әсе һәм төртмә һүҙҙәр, мыҫҡыллы шаяртыуҙар уны яралай, һиңә ышанысын ҡаҡшата һәм никахты емерә» (Брайан).

НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА

ҮҘЕГЕҘҘЕ ТИКШЕРЕГЕҘ

Бер аҙна буйы һүҙҙәрегеҙҙе һәм тәртибегеҙҙе күҙәтегеҙ. Шунан үҙегеҙҙән һорағыҙ:

  • «Мин тормош иптәшемде ни тиклем йыш тәнҡитләйем һәм ни тиклем йыш маҡтайым?»

  • «Тормош иптәшемде хөрмәт итеүем нимәнән күренә?»

БЕРГӘ ФЕКЕР АЛЫШЫҒЫҘ

  • Ниндәй һүҙҙәр һәм эштәр һеҙгә үҙегеҙҙе хөрмәт иткәндәрен тойорға ярҙам итер?

  • Һеҙҙеңсә, ниндәй һүҙҙәр һәм эштәр хөрмәт итмәүҙе күрһәтә?

КӘҢӘШТӘР

  • Үҙегеҙ күберәк хөрмәт тойорға теләгән өс өлкәне яҙығыҙ. Тормош иптәшегеҙҙең шуны уҡ эшләүен һорағыҙ. Шунан яҙыуҙарығыҙ менән алмашығыҙ һәм уның теләктәрен иҫәпкә алырға тырышығыҙ.

  • Тормош иптәшегеҙҙең һеҙҙе һоҡландырған һыҙҙаттары исемлеген төҙөгөҙ. Шунан уға был сифаттарҙы ни тиклем ныҡ ҡәҙерләгәнегеҙҙе әйтегеҙ.

«Иреңде хөрмәт итеү — үҙ эштәрең менән уны ҡәҙерләгәнеңде һәм уның бәхетле булыуын теләгәнеңде күрһәтеү. Был ниндәйҙер ҙур эш булмаҫҡа ла мөмкин. Ысын хөрмәт, ғәҙәттә, күп бәләкәй эштәрҙән тора» (Меган).

Шулай итеп, һеҙҙең, мин хөрмәт күрһәтәм, тип уйлауығыҙ түгел, ә тормош иптәшегеҙҙең шул хөрмәтте тоямы икәне мөһим.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ» (Колосстарға 3:12).