Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Ныҡлы ышаныуҙарың булһа, тормош дауылдарында ныҡ тора алырһың

ЙӘШТӘР ӨСӨН

9. Шәхес

9. Шәхес

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА

Һинең шәхесең был һинең исемең һәм тышҡы ҡиәфәтең генә түгел, ә шулай уҡ һинең ҡиммәттәрең, ышаныуҙарың һәм холҡоң. Ысынында, һинең шәхесең — был һине башҡаларҙан айырып торған эске һәм тышҡы үҙенсәлектәрең.

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ

Ныҡлы ышаныуҙарың булһа, һин үҙ позицияңда ныҡ торорһоң һәм тиҫтерҙәреңә үҙең менән идара итергә рөхсәт итмәҫһең.

«Күп кешеләр витриналағы манекендар кеүек. Улар нимә кейергә икәнен үҙҙәре һайламай. Быны улар өсөн башҡалар эшләй» (Адриан).

«Мин хатта ауыр булғанда ла дөрөҫ булғанды яҡларға өйрәндем. Кем минең ысын дуҫтарым икәнен уларҙың минең янда үҙҙәрен нисек тотҡанынан һәм мин үҙемде улар янында нисек тотоуымдан белә алам» (Кортни).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ» (Римдарға 12:2).

НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА

Үҙеңдең хәҙер ниндәй кеше икәнең һәм киләсәктә ниндәй булырға теләүең тураһында уйлан. Бының өсөн үҙеңдең көслө һәм көсһөҙ яҡтарыңа һәм ышаныуҙарыңа анализ яһа. Һиңә түбәндәге һорауҙар ярҙам итер.

Көслө яҡтар. Минең ниндәй талант һәм һәләттәрем бар? Мин ниндәй ыңғай сифаттарға эйә? (Мәҫәлән, мин пунктуаль кешеме, үҙемде ҡулда тота аламмы, эшсәнме, йомартмы?) Тормошта ниндәй яҡшы эштәр эшләйем?

КӘҢӘШ. Әгәр һиңә үҙеңдең көслө яҡтарыңды билдәләүе ауыр булһа, ата-әсәйеңдән йәки яҡын дуҫыңдан, минең ниндәй көслө яҡтарым бар һәм ни өсөн һеҙ шулай уйлайһығыҙ, тип һора.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Һәр кем үҙ эшен һынап ҡараһын, шул саҡта үҙен башҡалар менән сағыштырмайынса үҙ хеҙмәте менән ғорурлана алыр» (Галаттарға 6:4).

Көсһөҙ яҡтар. Миңә холҡомдағы ниндәй һыҙҙаттар өҫтөнән тәү сиратта эшләргә кәрәк? Ниндәй ситуацияларҙа мин айырыуса ҡотҡоға бирелеүсән? Ниндәй өлкәләрҙә миңә үҙемде ҡулда тоторға өйрәнергә кәрәк?

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Әгәр: „Гонаһыбыҙ юҡ“, — тибеҙ икән, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ» (1 Яхъя 1:8).

Ышаныуҙар. Мин ниндәй әхлаҡи нормалар буйынса йәшәйем һәм ни өсөн? Мин Аллаға ышанаммы? Уның барлығына мине нимә ышандыра? Ниндәй эштәрҙе мин ғәҙелһеҙ тип һанайым һәм ни өсөн? Мин киләсәкте нисек күҙ алдына килтерәм?

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Аң һине һаҡлап, үткер аҡыл һине яҡлап торор» (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:11).